Йәмғиәт
22 Июль 2022, 08:25

Өфөлә – етди үҙгәрештәр

Баш ҡаланың 450 йыллығын лайыҡлы ҡаршыларға тейешбеҙ.

glavarb.ruglavarb.ru
Фото:glavarb.ru

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң һәм төбәктең архитектура йөҙөнә ҡағылышлы һорауҙар буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда тармаҡтың әйҙәүсе белгестәре, республиканың проект ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Кәңәшмәне асып, Башҡортостан Башлығы 2024 йылда төбәктең баш ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек барышындағы күләмле эштәр тураһында һөйләне.

– Пландар етди. Беҙ парктарҙы, йәмәғәт урындарын, подъездарҙы, ихата биләмәләрен яңыртабыҙ, социаль объекттар төҙөйбөҙ һәм, әлбиттә, инфраструктураны үҫтерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөүҙе дауам итәбеҙ, “Көньяҡ ҡапҡалар” проектын башлап торабыҙ, бик күп урамдарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Ҡалала шулай уҡ эре социаль һәм спорт объекттары ла барлыҡҡа киләсәк – һуғыш ветерандарының республика госпитале, математика лицей-интернаты, Көрәш һарайы һәм башҡалар.

Радий Хәбиров шулай уҡ республикабыҙ баш ҡалаһында барлыҡҡа киләсәк мәҙәни-белем биреү учреждениелары концепцияһы тураһында ла һөйләне. Улар иҫәбендә – донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары-ара кампусы һәм Евразия китапханаһы.

Башҡортостандың  Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе Илдар Йәһүҙин коллегалары исеменән Радий Хәбировҡа көнүҙәк һорауҙар һәм тәҡдимдәр тикшереү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. “Һуңғы ике йылда Башҡортостанда етди үҙгәрештәр бара, шул иҫәптән тораҡ пункттарҙың архитектур йөҙөндә лә. Беҙ ихлас күңелдән был эштә ҡатнашырға һәм тыуған республикабыҙға файҙа килтерергә теләйбеҙ”, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы үҙ сиратында архитектура берләшмәһе вәкилдәре менән йышыраҡ осрашыуҙар уҙғарырға, ҡыҙыҡлы проекттарҙы, башланғыстарҙы тикшерергә тәҡдим итте.

-  Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас