

Өфөлә “Сәләмәт киләсәк” федераль проектына ярашлы “Связист” ваҡытлыса тороу урыны пунктында граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Унда Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева Донбасс күскенселәре менән осрашты.
Елена Величко 65 йәшлек әсәһенә ҡолаҡ аппараты алырға ярҙам итеүҙәрен һораны. Галина Евгеньевна ике тапҡыр инсульт кисергән һәм тулыһынса тиерлек ишетеү һәләтен юғалтҡан.
– “Связист” ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында йәшәгәндәр өсөн граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. “Берҙәм Рәсәй” партияһына һәм Римма Үтәшеваға үтенесебеҙҙе тиҙ хәл иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Беренсе инсульттан һуң әсәйемдең уң ҡолағы ишетмәй башланы. Бомбаға тотҡан саҡта ул йәнә инсульт кисерҙе һәм һул ҡолағының ишетеү һәләте 45 процентҡа насарайҙы. Хәҙер ҡолаҡ аппараты ярҙамында яҡшы ишетәсәк һәм беҙҙең менән рәхәтләнеп аралашасаҡ. Был уның өсөн бик мөһим, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Елена Величко.
- Рәмилә МУСИНА