Йәмғиәт
22 Июль 2022, 16:30

Константин Толкачев: "Һәр һум эшкә йүнәлтелһен"

Һайлаусыларҙың наказдары буйынса 245 миллион һумға торошло проекттар ғәмәлгә ашырыла.

Константин Толкачев: "Һәр һум эшкә йүнәлтелһен"Константин Толкачев: "Һәр һум эшкә йүнәлтелһен"
Константин Толкачев: "Һәр һум эшкә йүнәлтелһен"

2022 йылда республикала һайлаусыларҙың Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары, Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары адресына ебәрелгән наказдары буйынса 700-ҙән ашыу объект төҙөлә, төҙөкләндерелә.

– Һайлаусыларҙың наказдары ”Берҙәм Рәсәй” партияһының "Реаль эштәр" проекты сиктәрендә үтәлә. Саралар төрлө. Ҡайҙалыр халыҡ һорауы буйынса балалар һәм спорт майҙансыҡтары, мәктәп автобустары өсөн туҡталҡа урыны төҙөлә, ҡайҙалыр күперҙәр һәм йәйәүлеләр өсөн юлдар ремонтлана, паркттар, шишмәләр төҙөкләндерелә. "Реаль эштәр" проектының үҙенсәлеге шунда – ул программаларға һәм пландарға түгел, ә аныҡ кешеләрҙең мохтажлығына, халыҡтың коллектив башланғысына йүнәлтелә. Ҡалалар, ауылдар халҡы үҙҙәренә нимә кәрәклеген хәл итә, ә төбәк һәм муниципаль властар уларға ярҙамлаша, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай спикеры билдәләүенсә, парламент каникулы осоронда депутаттар үҙ округтары биләмәләрендә эшләй, һайлаусылар менән бергә "Реаль эштәр" проектына ярашлы хеҙмәттәр барышын контролдә тота.

– Сығымдар һиҙелерлек ҙур – 245 миллион һум. Уның 225 миллион һумы – республика бюджетынан, ә ҡалғаны урындарҙағы ҡаҙнанан бүленә һәм бюджеттан тыш финанстар иҫәбенә ҡаплана. Депутаттар урындағы халыҡ менән һәр һум эшкә йүнәлтелһен, ә сифат көткәнде аҡлаһын өсөн күҙәтеү алып бара, – тине Константин Толкачев.

Фото: https://vk.com/club180156695.

Константин Толкачев: "Һәр һум эшкә йүнәлтелһен"
Константин Толкачев: "Һәр һум эшкә йүнәлтелһен"
Константин Толкачев: "Һәр һум эшкә йүнәлтелһен"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас