Йәмғиәт
22 Июль 2022, 07:30

Йәш белгестәрҙе ауылда көтәләр

Йәрмәкәй районы 29 торлаҡ төҙөп биргән, ауыл хужалығы тармағында эшләүселәргә тағы дүрт йорт һалына башлаған.

Йәш белгестәрҙе ауылда көтәләрЙәш белгестәрҙе ауылда көтәләр
Йәш белгестәрҙе ауылда көтәләр

2022 йылда 21 ғаилә «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә ҡуртым килешеүе буйынса өйлө буласаҡ. Программаның был өлкәһенә быйыл 109 миллион һум самаһы дәүләт ярҙамы бүленгән.

- Ауыл халҡын ҡуртым килешеүе буйынса тәьмин итергә тейешле торлаҡ төҙөлөшө — төбәктә ауылда йәшәү сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ ауыл еренә белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн уңышлы алым. Шуныһы ла мөһим: һөнәр буйынса биш йыл эшләгәндән һуң ҡуртымға торлаҡ алған кеше уның хаҡының 10 процентына, ә 10 йылдан һуң — бөтөнләй бер процентҡа һатып ала ала, — тине Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов. – Башҡортостанда «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһында иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе — Йәрмәкәй районы. Бында йәш белгестәргә былтыр бер 24 фатирлы һәм биш айырым йорт төҙөлдө. Быйыл тағы ла дүрт йорт һалына башлаған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, быйыл йорттар Йәрмәкәй районының ауыл хужалығы тармағы белгестәре өсөн генә төҙөлә.

Башҡортостан - «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында әүҙем ҡатнашҡан төбәк. 2022 йылда республика федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡса күләме буйынса 2-се урынды биләй. Бөтәһе программа сиктәрендә республикала ете йүнәлеш буйынса эш алып барыла, 68 объект төҙөүгә бөтәһе 2 миллиард 263 миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы бүленгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас