Йәмғиәт
22 Июль 2022, 09:15

“Йәшнәп йәшәрлек йәштәр күп!”

Бөгөнгө мөхит уларға дәрт-дарман бирә.

Фото геройҙың шәхси архивынан.Фото геройҙың шәхси архивынан.
Фото:Фото геройҙың шәхси архивынан.

Һәр саҡ ваҡиғалар үҙәгендә булған, әүҙем йәштәр, йәмәғәтселәр уртаһында ҡайнаған милләттәшебеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеген етәкләй, тынғыһыҙ, ҡыҙыҡлы, һәм, һис шикһеҙ, һөҙөмтәле эшмәкәрлеге уның булмышын ғына түгел, ә заманыбыҙҙың йәш, әүҙем вәкиленең дөйөм образын да билдәләй. Ләйсән МОСТАФИНА менән республика райондарының береһендә башҡорт ырыуҙары йыйынында танышҡайныҡ. Уның менән йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Ләйсән, күптәр һинең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларының уртаһында ҡайнаған әүҙем шәхес икәнлегеңде белә. Ошондай тынғыһыҙ, әммә ҡыҙыҡлы тормош – булмышыңдың бер сағылышы, тип әйтергә буламы?

– Хәл-ваҡиғалар уртаһында ҡайнау, йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барыу, яңы кешеләр менән танышыу, саралар ойоштороу булмышыма, ынтылыштарыма тап килә, һәм ошондай эш барышы ҙур ҡәнәғәтлек килтерә. Әммә ошо хәҡиҡәтте аңлағанға ҡәҙәр үҙемде төрлө йүнәлештә һынап ҡарағаным булды. Шулай ҙа яҙмыш әленән-әле төп йүнәлешемә – халҡымдың яҙмышына, рухиәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә бәйле ғәмәлдәргә алып килде.

Ғөмүмән, әле йәмәғәт ойошмаһы үткәргән республика кимәлендәге бихисап саралар – башҡорт ырыуҙары йыйындары, “Ижади майҙан”, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, йәштәрҙе берләштергән проекттар һәм башҡалар – халҡыбыҙҙың киләсәгенә күпер һалған рухи нигеҙ ул. Ошо мөхит миңә дәрт-дарман бирә, илһамландыра ла.

 

– Йәштәр, һәләтле студенттар, блогерҙар, сәхнә әһелдәре, дизайнерҙар, райондарҙың әүҙем йәштәре – уларҙың һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел табырға, көйөн көйләй белергә кәрәк, ошоноң сере менән уртаҡлаш әле...

– Һәр эштең уңышы – уның баштан дөрөҫ ойошторолоуында: сере булһа, фәҡәт ошонда ғына. Һәр кем – халыҡ араһында танылған артисмы, билдәле блогермы, уңышлы дизайнермы, йәшме, оломо – тәүге сиратта, ул – ҡәҙимге кеше, уның да, һәр кемдеке кеүек, холоҡ-фиғеле, һөнәри бурыстары, пландары бар. Һәр хеҙмәттәшлек иткән шәхес менән, тәүге сиратта, ошо күҙлектән сығып бәйләнеш булдырам. Кешегә ҡарата ихтирам, уның эше, ижады менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһыныу, теләктәшлек һәм ихласлыҡ булғанда, уртаҡ тел үҙенән-үҙе табыла, эш көйләнә, ниәттәр маҡсатҡа табан ыңғай ғына тәгәрәй башлай.

 

– Ошо урында блогерҙар менән хеҙмәттәшлек тураһында кәлимә һүҙ әйтһәң ине.

– Тәүге сиратта уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ стиле, темаһы, йүнәлеше барлығын билдәләйек. Блогерҙар ҡалыптарҙан йыраҡ, ябайыраҡ итеп әйткәндә, уларҙың эш ҡушҡан етәксеһе юҡ, план ҡуйылмай – улар үҙҙәренә-үҙе хужа һәм күңелдәренә ятҡан контент булдыра. Шул уҡ ваҡытта башҡорт блогерҙарын берләштергән уртаҡ ҡиммәттәр ҙә бар – улар медиаматериалдарҙы башҡорт телендә эшләй һәм шуның менән туған телебеҙҙе популярлаштырыуға, һаҡлауға, үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.

 

– Ғөмүмән, башҡорт йәштәрен берләштереү, уларҙың иғтибарын рухи ҡиммәттәргә, тарихыбыҙға, телебеҙ яҙмышына  йәлеп итеү өсөн, һинеңсә, нимә мөһим?

– Бының өсөн, минеңсә, әле ҡанаттары нығынып етмәгән йәштәргә өлкәнерәктәр тарафынан тейешле иғтибар һәм аралашыу кәрәк. Ғөмүмән, ошо ғәмәлгә киңерәк күҙлектән бағырға кәрәк. Йәштәргә нимәлер еткерәм тиһәң, ҡәҙимге әңгәмәләшеүҙән тыш, тағы ла рухиәтебеҙҙе нығытҡан, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар, кисәләр уҙғарыу, унда йәлеп итеү ҙә һөҙөмтәле ысул. Хатта ошо йүнәлештәге уйындар, күңел асыу саралары ла ҙур тәьҫиргә эйә: тамсы тама-тама ташты ла тишә.

Шуныһын айырып әйтер инем: төрлө йүнәлешле саралар үткәргәндә йәштәребеҙҙең ҡеүәте асыҡ күренә. Төрлө телдәрҙе белгән, хәҙерге заман технологияларында һыуҙағы балыҡ һымаҡ йөҙгән, ижтимағи-сәйәси һәләте һәм лидерлыҡ сифаттары булған шәп йәштәр арабыҙҙа күп. Иң мөһиме – уларҙың күкрәгендә илһөйәрлек рухы менән һуғарылған дәртле йөрәк тибә, улар төрлө кимәлдәге проекттарға тотонорға әҙер.

Бер генә миҫал: ошо көндәрҙә Әбйәлил районында Түңгәүер ырыуы йыйынында башҡорт йәштәренең “АЛҒА” форумы ойошторолдо, унда республиканың әүҙем йәштәре ҡатнашты. Араларында студенттар ҙа, аяғында ныҡлы баҫып торған, эшләп йөрөгән, уңыштарға өлгәшкән милләттәштәр ҙә бар ине. Түңгәүер йәштәре ҡороноң етәксеһе Гөлназ Дилмөхәмәтова Йәштәр ҡороноң эшмәкәрлеге, киләсәккә бурыстары, маҡсаттары менән таныштырып үтте, ватансылыҡ, Тыуған илде һөйөү һәм уның киләсәген йәштәр билдәләүе хаҡында ла ҡыйыу фекерҙәр яңғыраны.

Ғөмүмән, сара йәмәғәтселәрҙең йәштәр майҙансығына әүерелде, унда һәр кем фекерҙәштәрен таба алды. Был ҡыҙҙар һәм егеттәр – лайыҡлы алмаш. Власть органдары вәкилдәре, йәмәғәтселәр эшлекле һәм томошсан тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, уларҙы үҫтерергә тейеш.

Тағы бер ғәмәл – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәр саҡ хеҙмәттәшлеккә әҙер. Әгәр дәрт-дарманлы йәштәребеҙҙең уй-ниәттәре, идеялары бар икән, мөрәжәғәт итһендәр: уйларбыҙ, кәңәшләшербеҙ.

 

– Үҙең ойошторған үҙенсәлекле акцияларҙы әйтеп үтһәң ине.

– Мәрхәмәтлелек акциялары айырыуса иҫтә ҡалыусан. Мәҫәлән, Әбйәлил районындағы приютҡа һәм Салауат ауылында урынлашҡан хосписҡа барыуыбыҙ күңелемдә ныҡ уйылып ҡалды. Һиңә өмөт һәм һағыш тулы күҙҙәр менән бойоғоп ҡараған балаларҙың ҡарашы оҙаҡ онотолмай, әлбиттә. Балалар янына беҙ бихисап күстәнәс алып барып, оҫталыҡ дәресе ойошторһаҡ, иң тулҡынландырғыс мәл һәр бәләкәскә иғтибар биреп, арҡаларынан һөйөп, күңел йылыһы менән уртаҡлашыу булғандыр. Хосписҡа иһә донъяуи кәрәк-яраҡ алып барҙыҡ, концерт ойошторҙоҡ. Йәш тулы күҙҙәр, моңһоу ҡараштар һәм шул уҡ ваҡытта шатлыҡ сатҡылары – был сара мәңге онотолмаҫ кисерештәр ҡалдырҙы һәм тормошта миһырбанлыҡ, кешелеклелек, мәрхәмәтлелек кеүек төшөнсәләрҙең өҫтөн булырға тейеш икәнлегенә тағы бер инандырҙы, кеше ғүмеренең ни тиклем ҡыҫҡа булыуын аңғартты: беҙ уны көндәлек ығы-зығыға сарыфламаҫҡа, ә һәр көнөбөҙҙө матур, һөҙөмтәле, үкенмәҫлек итеп йәшәргә тейеш.

Бер нисә тапҡыр ҡан донорҙары акцияһында ла ҡатнаштым, унан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеге, Башҡортостандың Йәш яҡташтар ассоциацияһы менән берлектә бындай сараны үҙебеҙ ҙә ойошторҙоҡ. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында оло йәштәгеләргә ярҙам итеү йөҙөнән ойошторолған акцияға ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек.

Быйыл бөйөк башҡорт рәссамы, башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ҡасим Дәүләткилдеевтең тыуыуына 135 йыл тулды. Ошо айҡанлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән уның исемендәге республика художество гимназияһында хәтер кисәһе үтте. Был эшкә һәләтле актер, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡмановты йәлеп иттек: ул гимназия уҡыусылары менән махсус рәүештә мәшһүр башҡорт рәссамының бала саҡ һәм үҫмер йылдары тураһында театрлаштырылған тамаша әҙерләне. Быға тиклем  йәш ирекмәндәр менән Ҡасим Дәүләткилдеевтең баш ҡалалағы мосолмандар зыяратындағы ҡәберен дә тәртипкә килтерҙек.

Ғөмүмән, һанай китһәк, күп эш башҡарыла. Йәштәрҙе берләштергән сараларға килгәндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 18–35 йәшлек әүҙем башҡорт йәштәре араһында ойошторған “Йомробаш” интеллектуаль уйынын уҙғарыу, әүҙем башҡорт йәштәре араһындағы “Самауырлы Ритайым” автор проектында ҡатнашыу, “Юлдаш” радиоһы менән берлектә “Мөхәббәт боҙҙо иретә” исемле сара ойоштороу ҙа тәжрибә өҫтәне, йәштәр менән эшләгәндә яңы ысулдарҙы, юлдарҙы ҡулланырға өйрәтте.

 

– Башҡорт йәштәрен нисек һүрәтләр инең?

– Бөгөнгө йәштәребеҙ маҡсатлы ла, әүҙем дә, сая ла, аҡыллы ла, ҡыйыу ҙа. Дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеп, артыбыҙҙан эйәртерлек, туған телебеҙ, илебеҙ киләсәгенә битараф булмаған, рухлы, ватансыл йәш милләттәштәребеҙ бихисап. 

 

– Әңгәмә өсөн рәхмәт!

-   Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас