Йәмғиәт
22 Июль 2022, 09:05

Йомаштарға тәбиғәт сәхнәһе лә етә

Тыуған яҡ яңы биҙәктәр менән балҡыр.

Башҡорт халҡы яҙыусыларҙы, сәсәндәрҙе элек-электән ихтирам иткән, сөнки тап улар заман йылъяҙмаһын киләсәк быуынға еткереү ҡеүәһенә эйә. Кешенең уй-теләге, хис-тойғоһо киләсәктә ниндәй сүрәттә балҡыры яҙыусыға бәйле.

Баймаҡ районының Йомаш ауылы биләмәһендә ойошторолған Ҡатын-ҡыҙҙар советы был сараға ҡәләм оҫталарын йыйҙы. Шағирҙың, яҙыусының тәбиғәт йәнле икәнен яҡшы белә халыҡ. Юҡҡа ғына байрам “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” тип аталмай. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда быуаттар дауамында һаҡланған изге ҡиммәттәрҙе илебеҙ киләсәген төҙөгән йәш быуынға еткереү – тап ҡатын-ҡыҙҙар иңендә. Илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы киләсәкле итеү зарур. Был киләсәк мотлаҡ матур, һоҡланғыс булырға тейеш!

Ағинәйҙәр, сылтыр-сылтыр сулпыларын сыңлатып, аллы-гөллө балитәктәрен елпелдәтеп, оло ҡаҙан һәм самауырҙарын тейәп, Һаҡмар йылғаһы ярындағы Сафый төбәгенә ашҡынып килеп етте. Йомаш ауылындағы күптәргә билдәле был иҫ китмәле туғай күңелле шау-шыуға тулды. Алдан хәстәрләнгән бай мәғлүмәтле стендтар, плакаттар эленде, ауыл китапханаһы махсус күргәҙмә асты, оҫта ҡуллы апай-инәйҙәр баллы сәк-сәк һәм тәмле бәлештәрен табын өҫтәленә теҙҙе, ҡаҙанда ит бешә, оло самауырҙар шыжлай... Эйе, ялан бөгөн ысын һабантуйҙы хәтерләтә. Тик был юлы Ижад һабантуйы ине ул.

Саҡырылған ҡунаҡтар йыйылыша. Баймаҡ районының Бөрйән-Йылға ауылында тыуып үҫкән Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева күптәргә ҡыҙыҡлы хикәйә, повестары аша таныш, ул Йылайыр районынан килеп еткән.  Өфө ҡалаһынан мин дә, шағирә, драматург, тәржемәсе Лилиә Һаҡмар, саҡырыу алыуға, ауылдаштарымды күреүгә ашҡынып ҡайттым. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән шағирә Айгөл Иҙелбаева ла (әйткәндәй, ул Йомашҡа яҡын урынлашҡан Ишбирҙе ауылы килене) килде. Йомаш ауылында йәшәгән, матур-матур шиғырҙары әленән-әле ваҡытлы матбуғатта урын алған Сәлимә Барлыбаева һәм, үҙе шиғырҙар яҙып ҡына ҡалмайынса, район сәхнәләренән шиғырҙарҙы тасуири уҡып һоҡландырған Айгөл Аҡҡужина ла саҡырылғайны был байрамға.

Ҡунаҡтарҙың сығышы, улар уҡыған шиғырҙар бик оҡшаны ауылдаштарыма. Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның әсәһе лә сығыш яһаны был байрамда. Тимәк, ижад осҡондары яҙыусыға ғаилә усағында уҡ һалынған. Һәр сығышты оҙата барған йыр-бейеүҙәрҙе күргәс, тыуған яғымда шул тиклем дә таланттар күп икәненә һоҡландым. Бейеүселәр ҙә, йырсылар ҙа иҫ китмәле һәләтле һәм дәртле. Шиғырҙарымды ятлаған уҡыусылар, “Башҡорт йыры – тере шишмә” эпик шиғырымды хисле итеп сәхнәнән яңғыратҡан Римма Әйүпова, әсәйемде хәтерләткән “Райхан” йырын башҡарған бер туған апайым Ғәйшә Мөхәмәтйәрова, байрамдың тауыш операторы, бер туған ҡустым Әхтәм, ағайым Афзал, ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашҡан класташтарым: Зөмәрә Иҫәнова, Ғәбдрәсүл Тимербулатов, Миңлеғәли Ҡормашев, Ҡадир Иҫәновтарға һәм байрамды алып барған Зөлфиә Тимербулатова, моңло йыры менән генә түгел, телеңде йоторлоҡ тәмле буҙаһы менән һыйлаған Фәрхәнә Иҫәндәүләтова, ҡымыҙын тәмләтеп ҡыуандырған күршем Зифа Иҫәнова, тәмле-татлы бәлештәр, сәксәк, бауырһаҡтар бешереп һоҡландырған ҡәҙерле апай-һеңлеләр, ҡаҙан ҡайнатҡан күршем Рәсимә Ярҡынбаева һәм Әнисә Ниғәмәтоваларға ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙар советының барлыҡ ағзаларына ла ихлас күңелдән оло рәхмәтемде еткерәм.

Ә бит уйлаһаң, ошо байрамды ойоштороусыларҙың һәм унда ҡатнашыусыларҙың күбеһе – хаҡлы ялдағылар. 70 йәште уҙғандар ҙа байтаҡ. Ауырыу-сирҙәр, әленән-әле күҙ-ҡолаҡ булыуҙы талап иткән ҡош-ҡорт, мал-тыуар һәм баҡса эштәре, аш-һыу әҙерләү араһында тиҙ генә йыйылышып алып нисәмә тапҡыр репетиция үткәргән улар был кисәгә әҙерләнеү өсөн! Ә сараны ойоштороусылар күпме хеҙмәт түккән! Йомаш ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе Мирхәт Мөхәмәтйәров, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәҙисә Райманова, китапханасы Альбина Аҡбулатова, Гөлсинә Солтангәрәева – ысын мәғәнәһендә егәрле яҡташтарым. Күңел талабы, әҙәбиәткә һәм әҙиптәргә ихтирам, тыуған төбәкте яратыу, уның данын арттырыу, мәртәбәһен күтәреү теләге килтергән был фиҙакәрлеккә уларҙы.

Ҡунаҡтар, ҡулдан йәйелгән ысын башҡорт бишбармағын ашап, ауыл мейесендә генә бешкән татлы бәлештәрҙе, тап Йомашса әҙерләнгән ҡорот, ҡыҙыл эремсектәрҙе тәмләп, Һаҡмар туғайында утлаған бейә ҡымыҙын һәм баҫыуында үҫкән һоло буҙаһын эсергә тейеш, тигән ауылым ҡатын-ҡыҙҙары. Бына ниндәй ул минең ауылдаштарым! Яҡташтарым, һеҙҙең алда түбәнселек менән баш эйәм.

Шундай егәрле һәм шиғри күңелле, йырға-моңға тулы, дәртле халыҡ йәшәгән ауылға мәҙәниәт йорто ла кәрәк. Йәй – сәхрәлә, ҡыш йылға яры буйында йәки ауыл урамдары уртаһында ла бына тигән итеп байрамдар ойоштора белә йомаштар! Инде егерме йылдан ашыу “авария хәлендә” тип ябылған ауыл мәҙәниәт йорто алдында күптән инде һарыҡ-кәзәләр генә “концерт” күрһәтә. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда хыялдарҙы, бәлки, бер аҙ ауыҙлыҡлау ҙа килешә торғандыр. Бары тик ҡайһы бер төбәктәрҙә башҡа һыймаҫлыҡ зиннәтле йыһаз тултырылған, оло тамаша залдары булған ауыл мәҙәниәт йорттарының күп ваҡыт тып-тыныс тороуын, яҡындағы ауыл өйҙәренең бушап ҡалыуын күреү һәм ишетеү йомаштарға һис тә еңел түгел шул. “Их, беҙҙә булһамы...” тип уфтанырға ғына ҡала...

Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйы тирәктәре был көндә  ҡыуаныслы тауыштар, йыр һәм шиғырҙар тыңлап ҡыуанғандыр. Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн фиҙакәрлек һәм ябай теләк кенә етмәй шул, күңел көрлөгө, тап ошо йылға, тирәк, муйыл, ҡайындар, тау-урмандарҙы яратыу һәм ауыл йәмен шиғыр-йыр менән балҡытыу ҙа кәрәк. Бына ошо хәҡиҡәтте бик яҡшы аңлай йомаштар. Иншалла, бындай ҙа дәртле, яҡты күңелле ауылдаштарым булғанда, ауылыбыҙ бөтмәҫ, яңы биҙәктәр менән балҡыр.

 

ИҒТИБАР!

Йәй – сәхрәлә, ҡыш йылға яры буйында йәки ауыл урамдары уртаһында ла бына тигән итеп байрамдар ойоштора белә йомаштар! Егәрле һәм шиғри күңелле, йырға-моңға тулы, дәртле халыҡ йәшәгән ауылға мәҙәниәт йорто ла кәрәк. Инде егерме йылдан ашыу “авария хәлендә” тип ябылған ауыл мәҙәниәт йорто алдында күптән инде һарыҡ-кәзәләр генә “концерт” күрһәтә.

-  Лилиә ҠӘЙЕПОВА

Читайте нас