

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Profstories проекты 2021 йылдан Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы "Zасобой" һөнәри йүнәлеш биреү буйынса федераль компетенциялар үҙәге эшмәкәрлеге барышында тормошҡа ашырыла. Онлайн-платформала эш биреүселәр һәм һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәттәр тупланған.
Агрегаторға бөтә илдән 700-ҙән ашыу эш биреүсе ҡушылған, улар иҫәбендә Башҡортостандың 116 компанияһы ла бар. Компаниялар тапшырған мәғлүмәт нигеҙендә "Һанлы ярҙамсы" сервисы эшләй.
- "Һанлы ярҙамсы - һөнәр һайлау өсөн" сервисын файҙаланыу буйынса акция сентябрь башында уҡ тергеҙелә. Сервис шәхесте профессиональ диагностикалауҙы, яраҡлы компаниялар, талап ителгән һөнәрҙәр һәм компетенциялар тураһында мәғлүмәт алыуҙы, эш биреүсенән уҡытыуға маҡсатлы йүнәлеш һорау мөмкинлеген үҙ эсенә ала. Бынан тыш, Һанлы ярҙамсы эш биреүселәр һәм белем биреү ойошмалары уҙғарған һөнәри йүнәлеш биреү сараларының шәхси календарын төҙөй. Сервис өлкән класс уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарының 1-2-се курс студенттары өсөн тәғәйенләнгән, - ти эшһеҙҙәргә һөнәри белем биреү, һөнәри йүнәлеш һәм психологик ярҙам бүлеге начальнигы Римма Нәжметдинова.
ProfStories проектының “Һанлы ярҙамсы” платформаһы 15 меңдән ашыу уҡыусыға һәм студентҡа үҙҙәренең көслө яҡтарын билдәләргә, хеҙмәт баҙары киләсәгенә күҙ һалырға, һайлаған һөнәрҙәре һәм компаниялары тураһында күберәк белергә ярҙам итте. "Һанлы ярҙамсы" акцияһында ҡатнашыусылар сервисты мөмкин булған биш балдан 4,4 балға баһаланы. Улар сервисты файҙаланыу уңайлылығын, һөнәри диагностика һөҙөмтәләрен ҡыҙыҡлы интерпретациялауҙы, хеҙмәт баҙары трендтары тураһында файҙалы видеороликтар һәм буласаҡ эш биреүсе менән диалогка инеү мөмкинлеген билдәләй. Был сараға Башҡортостан Республикаһынан биш меңдән ашыу уҡыусы теркәлгән дә инде.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.