Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2022, 08:55

Башҡортостан Башлығынан — нәҙер ҡорбаны

Кисә, изге йомала, Александр Доставалов исемендәге ирекмәндәр батальонына республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡорбанға тип ниәтләп салдырған ите алып барып еткерелде.

Башҡортостан Башлығынан — нәҙер ҡорбаны
Башҡортостан Башлығынан — нәҙер ҡорбаны

Билдәле булыуынса, Украинала барған хәрби хәрәкәттә илебеҙ яугирҙәренә ярҙам итеү, тыныслыҡ урынлаштырыуға өлөш индереү маҡсатында Башҡортостанда ике – Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондар төҙөлдө. Улар әле ике урында махсус хәрби күнекмәләр үтә. Һалдаттарҙы бар республикабыҙ халҡы, дәүләт етәкселеге имен-аман йөрөп ҡайтыуҙарын теләп, оло ышаныс бағлап оҙатып ҡалды.

Халҡыбыҙ элек-электән бер-береһенә, башҡаларға ауыр мәлдәрҙә ярҙам итергә әҙер торған, гелән именлектә йәшәүгә ынтылған. Ә инде һил тормош нигеҙенә хәүеф янаһа, ғәҙелһеҙлек, бер-береңдең иркен ҡыҫыу осраҡтарына юл ҡуйылһа, хаҡлыҡ даулау, тыныслыҡ урынлаштырыу маҡсатында яуға ла ташланған. Донъяла барған әлеге хәлдә лә илебеҙҙең позицияһы аныҡ – именлек булдырыу. Был изге маҡсат хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан яугирҙәрҙе, дәүләт етәкселеген, тотош халыҡты бергә тупланы. Иң мөһиме – бөгөн һалдаттарыбыҙға беҙҙең теләктәшлек, ярҙам кәрәк: матди йәһәттән дә, рухи яҡтан да.

Ошо бурыстарҙың үтәлешенә республикабыҙ етәкселеге тарафынан ҙур иғтибар бүленә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәл-торошто үҙе ныҡлы контролдә тота. Матди яҡҡа килгәндә, беҙҙең батальондар кейем, аҙыҡ-түлек һәм башҡа барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тейешле кимәлдә тәьмин ителгән. Өҫтәүенә һәр кемгә түләүҙәр тәғәйенләнгән, шулай уҡ ғаиләләренә лә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү өҫтөнлөклө бурыс булып тора.

Рухи яҡҡа килгәндә иһә, тәү сиратта дини йәһәттән булышлыҡҡа өҫтөнлөк бирелә. Быға ныҡлы дәлилдәрҙең береһе шул: күптән түгел Ҡорбан байрамы уңайынан Өфөләге “Ләлә” мәсетендә үткән ғәйеттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: Был көндә мин Украинала фашизмға ҡаршы көрәшкән меңләгән Рәсәй, Башҡортостан егеттәре өсөн доға ҡылам”, – тине, шуға өҫтәп, республикабыҙҙа төҙөлгән батальондарҙағы егеттәрҙең тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиновтың фатихаһында нәҙер ҡорбаны салыу ниәтен белдерҙе.

Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп намаҙ ҡыл да ҡорбан сал”, – тиелә Ҡөрьәндә. Ҡорбандың бер нисә төрө бар. Нәҙер итеп әйтелгәненә килгәндә иһә, ниндәйҙер эш-ғәмәлдең хәйерле булыуына өмөтләнеп, барыһы ла һәйбәт тамамланһын, яҡшыға булһын тип теләгәндә салына. Был әйтеү ҡорбаны хәйер һымаҡ. Уны йыл әйләнәһенә салырға мөмкин. Иттең барлыҡ өлөшө ярҙамға мохтаждарға, ҡатмарлы хәлдә булғандарға, етемдәргә һәм башҡа ауырлыҡ кисергәндәргә бирелә.

Радий Фәрит улы Ҡорбан ғәйетендә нәҙер ҡорбаны салыу ниәтен әйтеп, Аллаһ Тәғәлә алдында бирелгән вәғәҙәһен үтәне: ҡорбанға тиелгән бер нисә һыйыр малының ите кисә, 22 июлдә, изге йома көнөндә, хәрби күнекмәләр үткән Башҡортостан егеттәренә – Александр Доставалов исемендәге ирекмәндәр батальонына алып барып еткерелде.

Иткә өҫтәп, унан төрлө ризыҡ әҙерләү өсөн он, ярма, йәшелсә, тәмләткестәр, башҡа төрлө кәрәк-яраҡ, ҡаҙандар һ.б. – барыһы ла килтерелде. Шулай уҡ республиканан махсус ашнаҡсылар ҙа ебәрелгәйне. Улар мул итеп туҡмаслы аш, былау, өлөш һәм башҡа ризыҡтар бешерҙе. Тыуған яғыбыҙҙан хатта милли аҙығыбыҙ ҡоротто ла ебәрергә онотмағандар, – тип һөйөнөп хәбәр итте А. Доставалов исемендәге батальондан хәрби-ялан имамы Хәмзә хәҙрәт Хафизов. – Полигондағы хәрби күнекмәләрҙән ҡайтҡас, егеттәребеҙ йыуынып, тәһәрәтләнеп алғас, мин улар алдында илһөйәрлек, Ватанды яҡлауҙың, именлек өсөн көрәштең борон-борондан килгән изге ғәмәл булыуы хаҡында хөтбә һөйләнем, унан диндәштәребеҙ бергәләп йома намаҙы уҡыныҡ. Батальондағы егеттәребеҙҙең яртыһы – мосолмандар. Намаҙ уҡый белгәндәре лә, белмәгәндәре лә бар, әммә барыһы ла, шулай уҡ башҡа милләттәрҙән булған ҡәрҙәштәребеҙ ҙә диндең тормошта ни тиклем мөһим икәнен аңлай. Батальондағы барлыҡ яҡташтарыбыҙ бергәләшеп нәҙер ҡорбанынан әҙерләнгән мул табында һыйланды. Башҡортостаныбыҙға элек-электән хас булған тормош сағылышы булды был: беҙҙең республикабыҙҙа барлыҡ милләт, дин вәкилдәре дуҫ, татыу йәшәй, бер-береһенең рухи ҡиммәттәренә, йолаларына оло ихтирам-хөрмәт менән ҡарай. Байрамдарҙа ғына түгел, иң ауыр мәлдәрҙә лә гел бергә улар. Ярҙам итеү, теләктәшлек, бергәләп яҡтылыҡҡа ынтылыу – ҡаныбыҙға һеңгән сифаттар. Ошоно тағы бер мәртәбә раҫлап, оло хәстәрлек, иғтибар күрһәткәне өсөн Радий Фәрит улына күмәкләшеп ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Уның Аллаһ Тәғәлә алдында ниәт итеп салған нәҙер ҡорбаны ҡабул булһын, иншаллаһ! Үҙенә, ғаиләһенә, яҡындарына именлек, һаулыҡ, яуаплы эшендә ҙур уңыштар насип итһен! Шулай уҡ Украинала хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙәргә һаулыҡ, мөһим бурыстарын үтәп, тыуған ерҙәренә имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”.

Хәмзә хәҙрәт әйтеүенсә, А. Доставалов исемендәге батальон егеттәре хәрби күнекмәләрҙе уңышлы үтә. Кисә өр-яңы хәрби техника ла бирелгән. Башҡортостанда тапшырылған кейемдән тыш, яланда шөғөлләнеү өсөн айырым махсус формалар ҙа таратылған. Ғөмүмән, батальон бөтөн кәрәк-яраҡ менән яҡшы тәьмин ителгән.

Бөгөн республика Башлығының нәҙер ҡорбаны менән һыйланыу егеттәребеҙгә тағы ла ҙурыраҡ ышаныс, көс-ҡеүәт өҫтәне, – тине имам Хәмзә Хафизов. – Беҙ – именлек, тыныслыҡ яҡлы, Ватаныбыҙҙы хәүефтән һаҡлайбыҙ, донъяла яуызлыҡ, бер-береңде ҡыҫыу, рәнйетеү, ғәҙелһеҙлек булмаһын өсөн тырышабыҙ, тимәк, дөрөҫ юлдабыҙ. Аллаһ Тәғәлә изге теләктәребеҙҙе тормошҡа ашырырға насип итһен!”

Хәбәр ителеүенсә, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон егеттәренә лә ҡорбан салынып ебәреләсәк.

Башҡортостан Башлығынан — нәҙер ҡорбаны
Башҡортостан Башлығынан — нәҙер ҡорбаны
Башҡортостан Башлығынан — нәҙер ҡорбаны
Башҡортостан Башлығынан — нәҙер ҡорбаны
Башҡортостан Башлығынан — нәҙер ҡорбаны
Башҡортостан Башлығынан — нәҙер ҡорбаны
Башҡортостан Башлығынан — нәҙер ҡорбаны
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: