

Башҡортостанда Волга буйы федераль округының мунса оҫталығы буйынса ябыҡ һайлау чемпионаты бара. Башҡортостан, Һамар һәм Киров өлкәләре ярыштарында финалға сыҡҡандар ҡатнаша.
Ярыштар сиктәрендә һәр ҡатнашыусыға 40 минут ваҡыт бирелә. Ә сараның төп судьяһы - Өфөләге “Ҡыйыҡтағы мунса” мунсалар комплексы идарасыһы Кристина Бугрова. Ул – мунса оҫталығы буйынса ил ярыштарында бер нисә тапҡыр призлы урын яулаған.
Һөҙөмтәлә еңеүсе 13-14 августа Суздаль ҡалаһында үткәреләсәк “Мунсалы Русь” Бөтә Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ мунса эшҡыуарлығы буйынса көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡарала.
Бынан тыш, майҙансыҡтарҙа төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, арт-объекттар барлыҡҡа килде, милли аҙыҡ-түлек һәм мунса тауарҙары йәрминкәһе ойошторолдо.
Иртәгә Рәсәйҙең спа-мунса буйынса төбәк һайлау чемпионаты үткәрелә.
Фото: vatandash.rи