Йәмғиәт
23 Июль 2022, 05:00

Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре – “Медиа геройҙар уҙышы”нда

Ярышта уңыштар теләйбеҙ!

Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре – “Медиа геройҙар уҙышы”ндаКиң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре – “Медиа геройҙар уҙышы”нда
Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре – “Медиа геройҙар уҙышы”нда

Бөгөнгө шәмбене ҡәләм оҫталары оҙаҡҡа хәтерендә ҡалдырыр, уларҙың күңелендә шәп хис-тойғолар оҙаҡҡа һаҡланыр, моғайын: Шишмә районының Алкин-2 ҡасабаһындағы “Патриот” хәрби-патриотик паркында тарихи ярыштар – “Медиа геройҙары уҙышы” – ойошторола.

Шуныһы үҙенсәлекле: сарала ҡатнашҡан командалар араһында “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәренән торғаны ла бар. Капитаны – баҫманың баш мөхәррире, республиканың Журналистар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов. Командала шулай уҡ гәзиттең баш мөхәррире урынбаҫарҙары Рәшит Зәйнуллин, Алһыу Әһлиуллина, баш мөхәррир эргәһендәге хәбәрсе Илдар Аҡьюлов, сәйәсәт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мусина, водитель Олег Александров бар. Уларға уңыштар теләйбеҙ!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

#СМИРБ #ГонкаМедиаГероев

#ПаркПатриот #Башкортостан

Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре – “Медиа геройҙар уҙышы”нда
Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре – “Медиа геройҙар уҙышы”нда
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас