

11 йәш булғанда Алена Ложкинаның аяғында яман шеш барлығы асыҡлана. Уны алып ташлайҙар, әммә өс йылдан тағы ла килеп сыға. IX класс уҡыусыһы айҙар буйы дауаханала ятырға мәжбүр була – уға операция эшләйҙәр, химия терапияһы курстары үткәрәләр.
XI класта ауырып дауаханала ятһа ла, ҡыҙ уҡыу буйынса иптәштәренән ҡалырға теләмәй һәм ныҡлап шөғөлләнә. Йәй ул бөтәһе менән бер рәттән Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра: рус теле һәм математика фәндәренән 100-әр, химиянан – 75 балл.
Уңған ҡыҙ медицина университетына уҡырға инергә һәм онкологияла туҡымалар күҙәнәктәрен тикшергән табип-гистолог һөнәрен үҙләштерергә, пациенттарға дөрөҫ диагноз ҡуйырға теләй.
– Мин Киров ҡалаһында тыуып үҫтем. 11 йәштә һул аяғымда ғәжәп ауыртыуҙар барлыҡҡа килде. Урындағы табиптар тикшереү ваҡытында яман сир тапты, әммә уның ниндәй булыуы һәм нисек дауалау тураһында бер кем дә уйлап торманы – операция эшләнеләр, яман сирҙе алдылар һәм өйгә ҡайтарҙылар, – тип һөйләй Алена.
Өс йыл элек, ҡыҙ IX класта уҡығанда, уға онкология ауырыуы – синовиаль саркома диагнозы ҡуялар.
– Ул саҡта мине Мәскәүгә дауаланыуға ебәрҙеләр. Яман шеш шулай уҡ аяҡта ине, тик был юлы уңында. Мин операцияны, нур дауаланыуын, химия терапияһын үттем. Мәскәүҙә йыл буйы дауаландым, шул саҡта Блохина исемендәге үҙәктә балалар менән шөғөлләнгән “Уҡыйбыҙ-беләбеҙ” мәктәбе уҡытыусылары менән таныштым, – ти ҡыҙ.
Х класта ул Кировта йәшәй, әммә яман шеш тағы ла ҡалҡып сыға.
– Йыл ярымдан һуң ул “үпкәләргә киткән” – сираттағы планлы тикшереүҙә табиптар үпкәлә биҙ тапты. Метастаз. Мине был борсоманы, XI класта яңынан Блохин исемендәге үҙәктә йәшәргә, ундағы мәктәптә уҡырға тура килде. Беләһегеҙме, бер яҡтан, эйе, тағы ла һынау алдына баҫтым, яман шеш мине онотмаған - тағы ла операция һәм химия терапияһы эшләнеләр. Ә икенсе яҡтан, көн дә беҙгә палатаға килгән Мәскәү уҡытыусылары ярҙамында имтихандарҙы шулай уңышлы тапшыра алдым, – ти Алена.
Ҡыҙға химия һәм биология һәр ваҡыт оҡшаған. Кировта X класта уҡығанда ошо фәндәрҙе тәрән өйрәнеү буйынса профилле класта белем алған. Шул саҡта уҡ табип һөнәрен һайлау тураһында уйлана башлай. Блохин үҙәгендәге уҡытыусылар уға төплө белем алырға ярҙам итә. Ҡыҙ әйтеүенсә, биология буйынса имтиханға әҙерләнеүгә ваҡыт етмәгән, шуға киләһе йыл тағы ла ошо фәндән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға һәм Киров, Түбәнге Новгород йәки Ҡазан ҡалаларындағы медицина институтына уҡырға инергә уйлай. Мәскәүҙе һайлар ине лә, ғаиләһенә матди яҡтан ауыр буласаҡ, сөнки уны өләсәһе, олатаһы һәм инәһе тәрбиәләй.
Аленаға һаулыҡ һәм хыялын тормошҡа ашырыуын теләйбеҙ.
Фото: https://vk.com/sibay_one.