Йәмғиәт
23 Июля 2022, 10:30

Өсөнсө көндә ниҙәр бара?

"iВолга"ның элекке ҡатнашыусыһы Драгниҙың сығышы 23.00 сәғәткә планлаштырылған.

Өсөнсө көндә ниҙәр бара?Өсөнсө көндә ниҙәр бара?
Өсөнсө көндә ниҙәр бара?

Волга буйы федераль округының Х "iВолга" йәштәр форумының өсөнсө көнөндә элек тә ошо йыйында ҡатнашҡан Драгниҙың килеүе көтөлә.

Бөгөн, 23 июлдә, “Быуындар iВолгаһы” фестивале бара. Сарала Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 200 тирәһе кеше ҡатнаша. Фестивалдә эксперттар һәм әүҙемселәр тәжрибә, белем уртаҡлаша.

Мәғариф программаһы 11.40 сәғәттә башланды. “Практика” смена-лабораторияһы “Социаль селтәрҙә контент геймификацияһы” һәм “55+ аудиторияһы өсөн заманса сәнғәт” үткәрелә. “Ижади процесс” сменаһында ҡатнашыусылары өсөн “Тауышығыҙ һәм уңыш өсөн заманса вокаль техникалар” оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла.

Рәсәй банкы “ФинИкс” финанс квизы, “Киләсәк трендтары һәм заман саҡырыуҙары: климат үҙгәреүе, углерод эҙе, декоронизация” һәм башҡалар  – быларҙың барыһы ла 16.40 сәғәттән һуң ойошторола.

21.00 сәғәткә төп сәхнәлә Волга буйы федераль округының иң яҡшы коллективтарының сығышы көтөлә. "iВолга"ның элекке ҡатнашыусыһы Драгниҙың сығышы 23.00 сәғәткә планлаштырылған. Кисә караоке һәм дискотека менән тамамлана.

Фото: ivolgaforum.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас