

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә һаулыҡҡа иғтибарҙы арттырырға саҡырҙы.
“Көсөргәнешле графикка ҡарамай, физик яҡтан әүҙемлеккә ынтылам. Һау-сәләмәт һәм көслө булыу өсөн күнекмәләр мөһим.
Йәйгеһен дә, ҡышын да эштән алда бер сәғәт этем Арчи менән йөрөргә сығам. Бынан тыш, хоккей буйынса күнекмәләргә йөрөйөм – был сыҙамлылыҡты арттыра, тиҙ ҡарар ҡабул итеүҙе талап иткән уйын. Быларҙың барыһы ла хәҙерге тормошта ярҙам итә.
Бөгөн - Халыҡ-ара үҙеңде хәстәрләү көнө. Шуға һәр кемгә йәнә бер тапҡыр хәл-торошона, һаулығына иғтибарлы булыу мөһимлеген иҫкәртәм. Был - тулы тормош алып барыуҙың иң мөһим шарты.
Күп кенә ауырыуҙарҙы иҫкәртеү сараһы ла тәүге ҡарамаҡҡа ябай: йоҡо, сифатлы аҙыҡ-түлек, һаулыҡты даими тикшереп тороу. Башҡортостанда йыл һайын диспансеризация үткәрелә, “Сәләмәтлек поездары” райондар буйлап йөрөй. Һөҙөмтәлә төпкөл ауылда йәшәгәндәр ҙә медицина тикшеренеүе үтеү мөмкинлегенә эйә.
Быйыл республикала 26 күсмә комплекс һәм 156 белгес райондар буйлап йөрөп эшләй. Йыл башынан улар 82 мең кешене ҡараған һәм 30 меңдән ашыу тикшереү үткәргән. Күптәрҙе республика дауаханаларына артабан ҡаралырға ебәргәндәр.
Дуҫтар, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ!” - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото, видео Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.