

23 июлдә Ғафури районының Игенйылға ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Дан ордены кавалеры Алексей Назарович Яркаловҡа (Хөснулла Хәбибназар улы Йәркәев) бюст асылды.
Ул 1920 йылдың 28 декабрендә Игенйылға ауылында тыуған. Етенсе класты тамамлағас, Төркмән СССР-ының Чарджоу ҡалаһында слесарь-ремонтлаусы булып эшләгән. 1939 йылдың 19 сентябренән Ҡыҙыл Армия сафында була.
Алексей Яркалов 1941 йылдың июненән һуғышта ҡатнаша. 1944 йылдың авгусында Ҡыҙыл Байраҡлы 133-сө гвардия полкының 45-мм пушкалар батареяһы орудие командиры өлкән сержант Йәркәев Валга ҡалаһы эргәһендәге яуҙа ике дошман пулеметын юҡҡа сығара. 1944 йылдың 6-7 октябрендә взвод командиры Сигулда (Латвия) ҡалаһы эргәһендә танк һәм алты пулемет нөктәһенең көлөн күккә осора. Валга (Эстония), Рига (Латвия) һәм башҡа ҡалалар өсөн яуҙа ҡатнаша. 1947 йылдың апрелендә демобилизациялана. Тажикстанға йәшәргә күсә. Дүшәнбе ҡалаһында монтажсы булып эшләй, шунда ерләнгән.
Сарала Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Республика Хәрби дан музейы хеҙмәткәре Фәрит Вахитов, А.Н. Яркаловтың туғаны Тамара Сәфәрова һәм башҡалар ҡатнашты.
Бюст ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһендәге 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында баш һалғандар иҫтәлегенә арналған обелиск эргәһенә ҡуйылды. Скульпторы – Руслан Йомағолов.
Фото: Ғафури районы хакимиәте.