Йәмғиәт
24 Июль 2022, 12:00

“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?”

Был һорауға, Борай фермерын миҫалға килтереп, республика Башлығы Радий Хәбиров яуап бирҙе. 

“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?”“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?”
“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Борай районының Яңы Елдәк ауылында эшләгән, “Борай фермеры” бренды булдырған крәҫтиән (фермер) хужалығын алып барған Зариповтар ғаиләһе тураһында бәйән итә. Аталы-уллы Әхләф менән Рәмил Зариповтар был тармаҡта егерме йылдан ашыу.

“Фермер хужалығы ҙур: 800 гектар сәсеү майҙаны бар, күпләп мал тоталар, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Борай һәм Өфө магазиндарына хәләл стандартына яраҡлаштырылған ит ярымфабрикаттары килтерәләр. 50-нән ашыу кешене эш менән тәьмин иткәндәр.

Ғаилә 2000 йылда һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә башлай. “Башҡортостанда яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам” программаһына ярашлы, тыуған ауылдарында ферманы төҙөкләндерәләр, техника алалар һәм һарыҡтарын ишәйтәләр. 2021 йылда “Ғаилә фермаһы” программаһы нигеҙендә грант алалар. Был аҡсаға йәнә техника яңыртып, мал башын күбәйтәләр.

Борай фермерҙары хәйриәлек менән дә шөғөлләнә. Тыуған ауылдарына гел ярҙам итеп торалар, байрамдар үткәрәләр. Яңы Елдәк ауылында мәсет төҙөйҙәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм һәләк булған ауылдаштарының исемен мәңгеләштереү маҡсатында обелиск эшләгәндәр.

“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?” тигән һорауға яуап бер: тырышлыҡ һәм теләк кенә булһын! Тап шундайҙарға ярҙам булыр!

Барығыҙға ла изгелек теләйем!” - тип яҙа Радий Хәбиров.

Фотолар: Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһе.

“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?”
“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?”
“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?”
“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?”
“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?”
“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?”
“Беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу мөмкинме?”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас