Йәмғиәт
23 Июль 2022, 19:30

Игенйылғаның өс йөҙ йыллығында

Хеҙмәтсән халҡы менән данлы ауыл бөгөн нисек йәшәй?

Игенйылғаның өс йөҙ йыллығындаИгенйылғаның өс йөҙ йыллығында
Игенйылғаның өс йөҙ йыллығында

Кисә Ғафури районының Игенйылға ауылы 300 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Байрам төрлө быуын вәкилдәрен бергә тупланы.

Рус телендә Инзелга булып киткән ауылдың исеме башҡорт телендәге “иген” һәм “йылға” тигән һүҙҙәрҙән ҡушылып яһалған. XVIII быуаттағы документтарҙа Игинзилга тип теркәлгән. Урыҫ теленән иһә ул башҡортсаға кире Инйылға тигән вариантта ла килеп ингән. Ауыл халҡы уны Игенйылға тип атауын дауам итә.

Бөгөн бында 170 ихатала 430 кеше йәшәй. Әле “Восход СТ” аграр предприятиеһы, “Бөйөк страус” крәҫтиән (фермер) хужалығы, мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазиндар, мәҙәниәт йорто, почта бүлексәһе эшләй.

Ауылға газ үткәрелгән, һыу үткәреү системаһын проектлана, автомобиль юлдары ремонтлана. Был ауыл халҡы электән хеҙмәт һөйөүе менән танылған. Дан-шөһрәт ҡаҙанғандары ла байтаҡ. Мәҫәлән, полковник, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Ғибәҙулла Янышев, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы Барый Йәнбәков һәм башҡалар.

Матур йола буйынса, ауыл хеҙмәтсәндәрен бүләкләнеләр. Был сара матур йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.

Фото: Ғафури районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас