Йәмғиәт
24 Июль 2022, 05:00

Яйыҡ-Ҫыбы балаларын йыйҙы

Хәҙер был ауыл картала булмаһа ла...

Яйыҡ-Ҫыбы балаларын йыйҙыЯйыҡ-Ҫыбы балаларын йыйҙы
Яйыҡ-Ҫыбы балаларын йыйҙы

1930 йылда нигеҙ һалынған Яйыҡ-Ҫыбы ауылы хәҙер картала юҡ. Ул Әлшәй районы Ҡармыш ауыл Советы составында 1960 йылдар башына тиклем булған.

1939 йылда – 80, 1959 йылда 138 кеше йәшәгән. Халыҡ әкренләп таралған, ҡасандыр тормош ҡайнап торған был урын шымып ҡалған. Әммә ауылдаштар тыуған ере менән бәйләнеште өҙмәгән. Был йәйҙә иһә улар осрашыу үткәрергә булған. Саҡырыуҙы барыһы ла ихлас ҡабул иткән. Ауылды ата-әсәһенең һөйләүе буйынса ғына белгәндәр ҙә килгән. Тамырҙарыбыҙ, ата-бабабыҙ тураһында хәтирә юғалырға тейеш түгел, ти улар.

Байрам ҡунаҡтарын Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Әлшәйҙең почетлы гражданы Рәйес Һәүбәнов һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әҡембәтов сәләмләгән. Ҡармыш ауылы мәҙәниәт йорто әҙерләгән концерт программаһы бик бай булған. Ауылдаштар тағы ла рухланып, киләсәктә лә осрашырға, тамырҙарҙы барларға дәртләнеп таралышҡан. 

Фотолар: Әлшәй районы хакимиәте.

 

Яйыҡ-Ҫыбы балаларын йыйҙы
Яйыҡ-Ҫыбы балаларын йыйҙы
Яйыҡ-Ҫыбы балаларын йыйҙы
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас