Йәмғиәт
24 Июль 2022, 14:30

Ҡытай йәштәре менән дуҫлыҡ ептәре нығытыласаҡ

Волга буйы федераль округында икенсе ярты йыллыҡта йәштәр өсөн бихисап сара үткәреү планлаштырыла.

Ҡытай йәштәре менән дуҫлыҡ ептәре нығытыласаҡҠытай йәштәре менән дуҫлыҡ ептәре нығытыласаҡ
Ҡытай йәштәре менән дуҫлыҡ ептәре нығытыласаҡ

“iВолга-2022” форумы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев төп федераль инспекторҙар һәм башҡарма власть органдары башлыҡтары, йәштәр сәйәсәтен алып барған етәкселәр һәм проекттарҙы тормошҡа ашырған ойошмалар ағзалары менән осрашты.

Олег Машковцев ултырыштың икенсе яртыһында йәмәғәт проекттарында ҡатнашыу өсөн федерация субъекттарының дөйөм уңышын, шулай уҡ әлеге ваҡытта иң өҫтөнлөклө булған патриотик һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтеү кәрәклеген билдәләне.

Сыуаш Республикаһында, Пермь крайында, Киров, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә был йәһәттән әүҙемлек күҙәтелә.

Олег Машковцев йылдың икенсе ярты йыллығында иғтибар үҙәгендә булған йәмәғәт проекттары менән таныштырҙы. Пандемия сәбәпле туҡтап торған “Гвардеец” хәрби-патриотик йыйындар тергеҙеләсәген белдерҙе. Был юлы сара Рәсәй Оборона министрлығының Пенза бүлексәһе базаһында алып барыласаҡ, командалар бөтөн Волга буйы федераль округынан йыйыласаҡ.

Күмәк спорт төрҙәре тураһында Олег Машковцев, сентябрҙә командалар дисциплинаһы буйынса IV халыҡ-ара турнир үткәреү планлаштырыла, тип белдерҙе. “Алтын шайба” финалында Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән командалар ҡатнашыуы планлаштырылған.

“Бер кем дә онотолмаған” эҙәрмәндәр отрядтары араһында ла ярыштар буласаҡ: 6-8 октябрҙә Түбәнге Новгород өлкәһе, "Волга буйы кадеты" спартакиадаһы 6-9 октябрҙә Татарстанда, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр өсөн “Бала саҡты ҡайтар” сараһы Башҡортостанда 14-18 сентябрҙә үтәсәк.

Олег Машковцев әйтеүенсә, Ҡытай менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ: ағымдағы йылдың октябрь-ноябрь айҙарында Таиланд партнерҙары менән "Волга-Янцзы" форматындағы VIII Рәсәй-Ҡытай йәштәр форумы үтәсәк. Уны онлайн форматта уҙғарыу планлаштырыла.

9 декабрҙә "Ватан геройҙары"ның яҡшы хәрби-патриотик клуб, иң яҡшы музей экспозицияһы һәм Ватан һуғышы иҫтәлегенә ҡануниәттең иң яҡшы ҡаҙаныштарына арналған сара үтәсәк.

2022 йылда Түбәнге Новгородта Рәсәй Президенты тарафынан илдең төрлө төбәктәренән килгән балаларҙың үтенесе буйынса Яңы йыл байрамы ойоштороласаҡ.

Ултырыш аҙағында Волга буйы федераль округында йәштәр сәйәсәте эшен әүҙемләштереү кәрәклеге тураһында билдәләнде.

Фото Волга буйы федераль округы хакимиәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас