

Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров архитекторҙар менән Өфөнөң һәм Башҡортостандың архитектур йөҙөнә ҡағылышлы кәңәшмә үткәреүе тураһында һөйләне.
Был осрашыу һөҙөмтәһендә Өфө дәүләт нефть техник университетының “Архитектура” кафедраһынд ҡала һәм район архитекторҙары белемен камиллаштырасаҡ. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, уҡыу бушлай ойошторола.
“Минеңсә, һөйләшеү бик ҡыҙыҡлы булды, аралашыуҙан ҡәнәғәтмен. Архитекторҙар берләшмәһе төп кәңәшмәләрҙә, тәү сиратта Өфөнөң 450 йыллығына ҡағылған кәңәшмәләрҙә ҡатнашырға тейешле вәкилдәрен билдәләй, тип килештек. Нефть университетының “Архитетура” кафедраһы муниципалитеттарҙағы архитекторҙар өсөн ҡайтанан әҙелек курстарын ойоштора. Уның хаҡын үҙебеү түләйбеҙ”, – тине төбәк етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға мөрәжәғәт итеп, ул, архитекторҙарҙың тәүге төркөмө сентябрҙә уҡый башлаһын өсөн әле үк 10-ар кешенән торған төркөмдәр әҙерләй башларға кәрәк, тип билдәләне.
“Ҡала һәм ауылдарыбыҙҙың тышҡы йөҙө архитекторҙарға бәйле. Архитектура үҙгәрә, ҡануниәт камиллаша, өр-яңы материалдар, технологиялар барлыҡҡа килә. Был йәһәттән беҙгә замандан артта ҡалырға ярамай” – тип һүҙен йомғаҡланы Радий Хәбиров.
Фото: bashinform.ru