

Йәмле йәйҙә ауыл-ҡалаларҙа гөрләп туйҙар үтә, йәш ғаиләләр барлыҡҡа килә. Үткән ял көндәрендә Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында ла бына шундай матур туйҙар гөрләп үткән.
"Эх егеттәр, егеттәр! Егеттәрҙең ҡайһындайҙары бөгөн кәләш алалар!
Ауылыбыҙға килендәр төшә, Аллаға шөкөр!
Бөгөн яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәребеҙ - Ишбирҙе егете Айнур һәм Баймаҡ һылыуы Эльвина Иҫәндәүләтовтарҙы һәм Ишбирҙе егете Айназ менән Йомаш һылыуы Гөлназ Юнысовтарҙы законлы никах көндәре менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Йөрәктәрегеҙҙәге ҡайнар хистәр hеҙгә йылы яҙҙарҙа юлдаш, hалҡын ҡыштарҙа йылытыусы усаҡ булhын. Тормош баҫҡыстарын үткәндә бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, тойғоларығыҙҙың ҡайнарлығын hүрелдермәй, яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ менән гөрләшеп, ныҡлы сәләмәтлектә, шатлыҡ-ҡыуаныста, саф мөхәббәттә, аҡ бәхеттәргә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙhын!
Бер-берегеҙҙе табышҡанhығыҙ,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ.
Шатлыҡ тулы тормош юлын
Бер hуҡмаҡтан үтегеҙ.
Һәр таң hеҙҙе ҡаршы алhын,
Тик бәхеттәргә тулып.
Fүмер йомғағын hүтегеҙ,
Бер-берегеҙгә терәк булып", -
тип яҙҙылар йәштәрҙе ҡотлап, Ишбирҙе ауылы төркөмөндә.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/ishberdinsk2013