Йәмғиәт
25 Июль 2022, 06:30

Баймаҡ хакимиәте башлығына - ике "бишле"!

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа 55 йәш тулды.

Баймаҡ хакимиәте башлығына - ике "бишле"!Баймаҡ хакимиәте башлығына - ике "бишле"!
Баймаҡ хакимиәте башлығына - ике "бишле"!

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы кисә үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Тынғыһыҙ һәм талапсан етәксе, үҙ районы өсөн янып эшләгән район башлыҡтарының береһе ул. Һуңғы йылдарҙа төбәктәге социаль инфраструктураның йылдам үҫешеүе, иҡтисади хәлдең тотороҡло булыуы, төҙөлөш объекттарының сафҡв инеүе, ауылдарҙа газ, һыу торбаларының һуҙылыуы, ысынлап та, уның үҙ эшенә яуаплы ҡарауын күрһәтә. Әйткәндәй, Фәнис Әминевтең бер эш көнөн урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре лә яҡтыртҡан. Видеояҙманан һәр кем етәксе урынының "йомшаҡ" түгеллеген аңлай ала.

Хөрмәтле Фәнис Ғәбдрәшит улы! "Башҡортостан" гәзите редакцияһы коллективы һеҙҙе матур юбилейығыҙ менән ҡотлай! Ауыр, әммә яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һәм "Башҡортостан" гәзите менән артабан да тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә яҙһын! Юбилейығыҙ ҡотло булһын!

Фото һәм видеяҙма: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 

Баймаҡ хакимиәте башлығына - ике "бишле"!
Баймаҡ хакимиәте башлығына - ике "бишле"!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас