Йәмғиәт
25 Июль 2022, 08:00

Дүрт кеше ауыр хәлдә

Радий Хәбиров зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Дүрт кеше ауыр хәлдәДүрт кеше ауыр хәлдә
Дүрт кеше ауыр хәлдә

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһен үткәрҙе.

Унда белдереүҙәренсә, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Благовар районындағы юл һәләкәтендә зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу өсөн Шишмә һәм Языков үҙәк район дауаханаларына юлланған. Фажиғә булған ергә шулай уҡ 10 ашығыс ярҙам бригадаһы, санавиация оҙатылған.

Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, юл һәләкәтендә 13 кеше зыян күргән, уларҙы Шишмә һәм Языков дауаханаларына килтергәндәр. Дүрт кешенең хәле ныҡ ауыр, йәнә дүртәүһенеке - уртаса ауырлыҡта. Уларҙы Өфөгә оҙатыу мөмкинлеге ҡарала. Әйткәндәй, имгәнгәндәр араһында бер бала ла бар. Уны Республика балалар клиник дауаханаһына оҙаталар.

Радий Хәбиров ваҡиғаны ныҡлы контролгә алырға, зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Фото: bashinform.ru/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас