

Бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Өфөнөң Пугачев урамын урап үтеү юлында транспорт хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ҡушты. Мәғлүм булыуынса, был юлды 26 июлдә реконструкцияға ябалар.
23 июлдә урау юлды тест режимында һынап ҡаранылар. 3,2 километрлыҡ яңы участка Бородино һәм Геофизиктар урамдарын тоташтыра. Төҙөүселәр унда асфальт түшәгән, тротуарҙар һалған һәм йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр төҙөгән, светофорҙар, билдәләр һәм яҡтыртҡыстар ҡуйылған, тамға һыҙылған.
Пугачёв урамындағы хәрәкәтте быйыл 26 июлдән 2024 йылдың 30 июненә тиклем сикләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта был юлдан урындағы халыҡҡа һәм ошо биләмәлә эшләгәндәргә йөрөү рөхсәт ителә.
– “Көньяҡ ҡапҡа” күләмле проектына ярашлы, Пугачев урамын 2024 йылға тиклем реконструкциялайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Унда коллапс булмаһын өсөн халыҡҡа ремонт тураһында мәғлүмәт еткерергә, шулай уҡ ошо участкала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойошторорға кәрәк.
Фото: bashinform.ru/news