Йәмғиәт
26 Июль 2022, 04:33

“Ҡашҡаҙан”ды күрергә ашҡынам

Өфө ҡалаһына 450 йыл тулыуға әҙерлек.

Айрат Нурмөхәмәтов  Йәш ғаилә – Лилиә менән Тимур Нурмөхәмәтовтар никахтан һуң “Ҡашҡаҙан” паркында.Айрат Нурмөхәмәтов  Йәш ғаилә – Лилиә менән Тимур Нурмөхәмәтовтар никахтан һуң “Ҡашҡаҙан” паркында.
Йәш ғаилә – Лилиә менән Тимур Нурмөхәмәтовтар никахтан һуң “Ҡашҡаҙан” паркында.Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Башҡортостанды төрлө яҡлап уңайлы шарттар тыуҙырылған төбәк тип билдәләргә мөмкин. Быны раҫлар дәлилдәр ҙә етерлек. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан республика­быҙҙың 21 ҡалаһының 14-енә уңайлы мөхитле ҡала статусы бирелгән. Өфө миллионлы ҡалалар араһында ҡала мөхитенең сифат индексы буйынса дүртенсе урынды яуланы.

Бөгөн ял мөмкинлектәре киңәйә

 

Башҡортостанда тормошҡа ашы­рылған “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проектының төп маҡсат­тарының береһе – халыҡтың көнкүреш уңайлылығын күтәреү. Был программа буйынса Башҡортостанда 2019 йылда – 185, 2020 йылда – 103, 2021 йылда 146 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, быйыл да ошо йүнәлештә эш дауам итә.

Кешегә үҙенең буш ваҡытын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреү өсөн ял урындарының булыуы мөһим. Ошо йәһәттән һуңғы йылдарҙа парктарҙы төҙөкләндереү буйынса күп эш башҡа­рылыуы һөйөнөслө. Был республикабыҙ төбәктәренә лә, баш ҡалаға ла ҡағыла.

– Өфөлә аллея, парк, скверҙарҙы үҙгәртеп ҡороу, яңы ял зоналарын булдырыу өсөн даими эш алып барыла.

Был – ҡала үҫешенең айырылғыһыҙ өлөшө. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан баш ҡалаһы картаһы һуңғы арала ошондай “йәшел нөктәләр” менән байыны. Бөгөн Инорста уңайлы йәмәғәт урынын һәм Муса Гәрәев скверы менән Дан бульварын яңыртыу эше бара. “Дим” мәҙәниәт һәм ял паркы ла үҙгәрәсәк. Затондағы “Тулҡын” паркында әле бәләкәй күлде төҙөкләндереү саралары күрелә. Амантай урамында Мөғин Нагаев исемендәге гвардейский скверын һәм Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы биләмәһендәге Медицина ҡаһарманлығы аллеяһын төҙөү ҙә бөгөн алып барылған эштәр рәтендә. Бынан тыш, ике этапта Нефтехимиктар паркын төҙөкләндереү ҡаралған. Булдырылған ял зоналарына эшлекле сәфәр барышында Өфө мэры Ратмир Мәүлиев объекттарҙа бөтә билдәләнгән сроктарҙы үтәргә, башҡарылған эштең сифатына иғтибар бирергә, мотлаҡ рәүештә ҡала халҡының фекеренә ҡолаҡ һалырға саҡырҙы, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте  бүлеге начальнигы Роман Хәкимов.

Яңыртылған парктар буйынса күҙгә күренеп торған сағыу өлгөләрҙең береһе ошо йәй Өфөнөң Октябрь районында “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркының асылыуы булды. Унан алған тәьҫораттар әле лә күңелдә баҫылмаған. Күптәребеҙ яңыртылған парктың матурлығын да күреп өлгөрмәгән. Күлде төҙөкләндереп, йәмәғәт урыны үҙгәртелгәс, был парк Рәсәйҙә иң яҡшы һыуҙағы парктарҙың береһенә әүерелде.

Шуны билдәләү мөһим, парк Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үҙгәртеп ҡорола башланы. Һыу ятҡылығын киптереп, таҙартып, тәрәнәйтеү ҙә ҙур көс талап итте. Төрлө бысраҡтарҙан һаҡлау өсөн ямғыр канализацияһы ла эшләнде. Реконструкция 2020 йылда башланды, былтыр иһә икенсе этапҡа күстеләр. Паркта амфитеатр, ял зонаһы, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтыртыу системаһы, видеокүҙәтеү көйләнгән. Күл үҙәгендәге заманса яҡтыртҡыслы, музыкалы фонтан парктың төп һыу объекты булып тора.

Әйткәндәй, яңыртылған паркты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Сипайловонан Айгөл Ахунова бында өлкәндәргә лә, балаларға ла ял итеү мөмкинлектәре булыуын белдерҙе:

– Биҫтәлә һигеҙ йыл йәшәйем. Элек был паркка ҡайһы ваҡыт саф һауа һулап, йәйәүләп йөрөп килергә сыға торғайным. Төҙөкләндергәндән һуң “Ҡашҡаҙан” паркы бөтөнләй икенсе төҫ алғас, хәҙер күңел унда тартылып тора. Был матурлыҡты күрергә халыҡ та эркелеп килә. Кисен күл буйы, уның уртаһындағы музыкаль фонтан үҙе бер йәмле күренеш: төрлө төҫтәргә балҡып ултыра. Ултырып ял итер өсөн эскәмйәләр, бәүелсәктәр, балалар өсөн төрлө аттракциондар, йәштәр өсөн майҙансыҡтар – былар барыһы ла Сипайловола йәшәүселәрҙе генә түгел, Өфөнөң башҡа тарафтарынан да халыҡты йәлеп итә. Республика райондарындағы таныштарым да “Их, барып күрергә ине ул Ҡашҡаҙанды!” тип ҡыҙыға. Мәҙәни саралар, спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә бына тигән шарттар бар, – тине ул.

Тағы ла бер әңгәмәсем 1997 йылдан алып Сипайловолағы 136-сы башҡорт лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 2014 йылдан ошо биҫтәлә төпләнгән Рима Яруллинан да йылы фекерҙәр ишеттек:

– “Ҡашҡаҙан” паркын төҙөкләндереү көтөп алынған ваҡиға булды. Яңыртылған парк асылғас та, ғаиләбеҙ менән бергәләп шунда ашыҡтыҡ. Көндөҙ бер күреп ҡайтһаҡ, кисен фонтанды ҡарарға юлландыҡ. Иң оҡшағаны фонтанда башҡорт көйҙәренең уйнауы булды. Ярты сәғәт буйы таң ҡалып ҡарап торҙоҡ. Хатта дүрт йәшлек улыбыҙ ҙа артыҡ көйһөҙләнмәй аҙағынаса күҙәтте. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ла бөтә хәүефһеҙлек талаптарын үтәп эшләнгән. Тыуҙырған матурлыҡ оҙаҡ йылдарға етһен өсөн, барыбыҙға ла уны ҡәҙерләргә кәрәк. Бер генә теләгем – сүп һауыттары күберәк ҡуйылһын ине, шул ваҡытта парк биләмәһе лә таҙа буласаҡ.

“Ҡашҡаҙан” паркынан, ысынлап та, аҙнаның һәр көнөндә лә халыҡ өҙөлмәүенә үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Иртәнге сәғәт 10 тулыр-тулмаҫтан килеп инһәк тә, ял итеүселәр аҙ түгел ине. Тренажер ҡорамалдары эргәһендә  спорт һөйөүселәрҙе осраттыҡ.

– Үҙем футбол менән шөғөлләнәм. Көн һайын бында тренажерҙарҙа шөғөлләнергә киләм. Хәҙер парк күпкә яҡшырҙы, – тине Сипайлово егете Геннадий Пухляков.

22-се спорт мәктәбенән Александра Ветошкина спорт акробатикаһын үҙ иткән. Уны ла күнекмә мәлендә тап иттек.

– Һәр иртә ошонда килеп, спорт менән шөғөлләнәм. Парк яңыртылғас, йәштәр күп йөрөй. Сәхнә тирәһенә лә йыйылалар, брейк-бейеүҙәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар, – тине ҡыҙ.

Рәхәтләнеп пляжда ҡомда ҡыҙынған ғаиләләр ҙә байтаҡ булып сыҡты. Йәш әсәй Фидәлиә Дәминеваны Әмир һәм Руслан исемле улдары менән күл буйында тап иттек.

– Үҙебеҙ Сипайловола йәшәйбеҙ. Был парк – балалар өсөн шәп урын. Башҡа аттракциондарҙа ла булып өлгөрҙөк. Бик оҡшай, – тине әсә.

“Ҡашҡаҙан”да хәҙер ҡала кимәлендәге саралар ҙа ойошторола. Күптән түгел унда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам үтте. Яңыртылған паркта хәҙер һәр төрлө мәҙәни һәм спорт саралары – пляж волейболы, футбол, стритбол, бейеү фестивалдәрен үткәреү мөмкинлеген күрһәтте был байрам.

2024 йылда Өфө 450 йыллығын билдәләй. Ошо әһәмиәтле ваҡиға алдынан республикабыҙ алдында баш ҡаланы көндән-көн матурыраҡ итеү маҡсаты тора. Халыҡҡа ял итеү өсөн яңыртылған башҡа урындарҙы ла эҙләп алыҫ китәһе түгел. Шул уҡ Сипайлово биҫтәһендә “Ҡоштар” тигән скверҙа ла күптән түгел байтаҡ яңыртыу эштәре башҡарылған. Сквер биләмәһендә хоккей, футбол, теннис, баскетбол майҙансыҡтары, тренажерҙар зонаһы, арт-объекттар урынлашҡан. Эргәлә генә балалар баҡсаһы, дөйөм белем биреү һәм сәнғәт мәктәптәре, ижад үҙәге булыуын күҙ уңында тотоп, йәш быуын өсөн шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар йүнәлтелгән.

Киләсәктә Сипайлово биҫтәһен артабан да төҙөкләндереү ниәтләнә – яңыртылған “Ҡашҡаҙан” паркын Рыльский урамы буйлап йәйәүлеләр зонаһы аша Өфө йылғаһының яр буйы  менән тоташтырыу күҙаллана. Халыҡ өсөн матур ҙа, уңайлы ла булһын өсөн автомобиль туҡталҡалары, ял зоналары, туҡланыу нөктәләре булдырыласаҡ.

 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.

Читайте нас