Йәмғиәт
26 Июля 2022, 14:30

"Донъяға тәҙрә" улар өсөн яңы донъя асты

Сибайҙа насар күргәндәр һәм һуҡырҙар Брайль системаһы буйынса уҡырға өйрәнде.

"Донъяға тәҙрә" улар өсөн яңы донъя асты"Донъяға тәҙрә" улар өсөн яңы донъя асты
"Донъяға тәҙрә" улар өсөн яңы донъя асты

"Донъяға тәҙрә" социаль проекты нигеҙендә Сибайҙа күреү һәләте насар булған 15 кеше Брайль системаһы буйынса уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостандағы Сибай ҡалаһы ойошмаһы уларға ошондай мөмкинлек тыуҙырған. 2022 йылдың беренсе конкурсы нигеҙендә Президент гранттары фонды проектҡа 500 мең һум самаһы ярҙам күрһәткән.

Уҡыу курстары Сибай үҙәкләштерелгән китапхана системаһының 5-се китапхана-филиалында өс ай барған һәм уларҙың һәр береһенә сертификат тапшырылған. Дәрестәрҙе Республика дистанцияла белем биреү үҙәгенән тифлопедагог алып барған. Уҡыусылар Брайль системаһы менән танышҡан, Брайль шрифтының хәрефтәрен, һандарын, тыныш билдәләрен өйрәнгән. Проект нигеҙендә уҡытыу өсөн кәрәкле әйберҙәр: Брайль яҙыу приборы, грифель, дәфтәрҙәр, Брайль буйлап әлифба-ҡапсыҡ һатып алынған.

Брайль буйынса уҡырға, яҙырға, баҫырға өйрәтеү һуҡырҙарҙы ябай реабилитациялауҙың иң мөһим компоненттарының береһе тип таныла, сөнки уҡыу-яҙыу мөмкин түгеллеге мәғлүмәт дефицитын ғына түгел, психологик дискомфорт та тыуҙыра - өлкән инвалид уҡый-яҙа белмәһә, үҙенең хәтерен артыҡ мәғлүмәткә һала. Рельеф-нөктә шрифты белмәй тороп, һуҡыр инвалидтың үҙаллы белем алыуы ҡыйынлаша. Брайль системаһы һәр ваҡыт берҙән-бер универсаль уҡыу һәм яҙыу системаһы булып ҡала.

Курстарҙа күреү һәләте буйынса инвалидтар Брайль системаһы буйынса шөғөлләнеп кенә ҡалманы, бер-береһе менән аралашты, яңылыҡтар менән уртаҡлаша алды. Уҡыу осоронда китапханала уларҙың ваҡыттарын файҙалы уҙғарыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Күреү һәләте буйынса инвалидтар проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашып, аралашыу даирәһен киңәйтеп, сәләмәт кешеләр социумына инеү мөмкинлеген алды.

Үткән аҙнала ғына ойоштороусылар "һөйләүсе китаптар"ҙы уҡыу өсөн махсус ҡорамалдар - тифлофлешплерҙар, видеоүҙәткес һәм компьютер техникаһы алды. Улар китап уҡырға мөмкинлек бирә.

- Беҙ күреү буйынса инвалидтарҙың йәшәү сифатын яҡшыртырға теләйбеҙ, - ти "Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте"нең Башҡортостандағы Сибай ҡалаһы ойошмаһы рәйесе Минзәлә Латипова. - Проект һуҡырҙарға төрлө хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген арттыра, улар китапханаға йөрөй, "һөйләүсе китаптар" уҡый ала.

Венера Әхмәрова, 56 йәш, насар күреүсе: "Донъяға тәҙрә" проекты беҙҙең өсөн яңы донъя асты. Ниһайәт, ҡалала сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемалары тураһында һүҙ алып барылды. Проект ярҙамында ҡалабыҙҙа китапхана барлыҡҡа килде, унда беҙҙе уҡырға өйрәтәсәктәр, насар күреүселәр өсөн автоматлаштырылған эш урындары, төрлө ҡулайламалар бар, шуға күрә беҙ донъяны танып белә аласаҡбыҙ. Теләһә ҡайһы минутта күреү һәләтен юғалтыуҙан бер кем дә страховкаланмай. Был бик ҡурҡыныс. Уны үткәндәр генә йәиһә изге күңелле кешеләр генә аңлай ала. Хәҙер ҙур теләк менән китапханаға киләм".

Проект быйыл сентябрҙә Урал аръяғы китапхана хеҙмәткәрҙәре өсөн күреү һәләте сикләнгән кешеләр менән эшләү буйынса зона семинары менән тамамланасаҡ.

Әле Башҡортостандың Сибай ҡалаһында йәшәгән Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте (2021 йылға халыҡ һаны - 61817 кеше) ағзаһы - 135 өлкән кеше һәм 15 бала. Көн һайын улар төрлө ойошмаларға мөрәжәғәт иткәндә, сараларға, майҙансыҡтарға йөрөгәндә тифлосурдотәржемә, тифлос оҙатыу буйынса хеҙмәттәр алыу йәһәтенән ҡыйынлыҡтар кисерә.

Фото: "Башинформ".

"Донъяға тәҙрә" улар өсөн яңы донъя асты
"Донъяға тәҙрә" улар өсөн яңы донъя асты
"Донъяға тәҙрә" улар өсөн яңы донъя асты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас