Йәмғиәт
26 Июль 2022, 09:15

Һеҙ бесән эшләйһегеҙме?

Әле республика хужалыҡтарында ғына түгел, шәхси ихатала  мал тотоусылар ҙа бесән эшләү менән мәж килә. Быйыл бесән мул, һутлы.

Һеҙ бесән эшләйһегеҙме?Һеҙ бесән эшләйһегеҙме?
Һеҙ бесән эшләйһегеҙме?

Көндәр аяҙ торғанда мал тотоусылар бесән эшләй, күбә өйә, кәбән һала. Хатта район башлыҡтары ла ата-әсәһенә был эштә ярҙам итешә. Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһенә яҙҙы.

"Ялға ата-әсәйемдәргә ҡайттым. Ярты ғына көн булһа ла бесәндә булдым. Урман сәйе, бесән еҫе... Бала саҡтар иҫкә төшә... Бына ошо инде бәхет. Иҫән-һау булығыҙ, атай, әсәй. Рәхмәт һеҙгә!
Хөрмәтле дуҫтар, барығыҙға ла именлек, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле тормош теләйем!"

Ә һеҙ бесәнгә барҙығыҙмы әле?

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Һеҙ бесән эшләйһегеҙме?
Һеҙ бесән эшләйһегеҙме?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас