

Рәсәй хәрбиҙәре тырышлығы менән Донбасста тыныслыҡ урынлаша. Ғәҙәти тормошҡа ҡайтыу өсөн азат ителгән биләмәләрҙәге емерелгән торлаҡ, юлдар, күперҙәр, заводтар һәм социаль инфраструктура объекттары тергеҙелә.
Июнь башында Луганск Халыҡ Республикаһында Петровское, Красный Луч ҡалаларында Башҡортостан белгестәре төҙөгән балалар һәм спорт майҙансыҡтары асылды. Хәҙер был майҙансыҡтар балаларҙың, уларҙың ата-әсәләренең яратҡан урыны, улар бында күңеленә ятҡан шөғөл таба ала. Бының өсөн йәрәхәттән һаҡлаған резина ҡатламы һалынған, тау, сәңгелдәктәр, төрлө спорт йыһаздары, ултырғыстар ҡуйылған.
"Өс балам бар. Улар көн һайын мине ошонда алып килә. Бында уйнау - ҙур шатлыҡ. Ике айҙан да кәм ваҡытта ошо майҙансыҡ беҙҙең ғаилә өсөн мөһим урынға әйләнде. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ – ике йәшлек Маргарита ла бында йүгерә. Комендант сәғәте башланғансы йөрөйбөҙ. Етенсе яртыла майҙансыҡта алма төшөрлөк тә урын булмай. Бындай объект ҡалала берәү генә. Беҙ уның торошон етди күҙәтәбеҙ. Яңыраҡ бәүелсәктәрҙең хәүефһеҙлек ҡайышын урланылар. Кешеләр аҡса йыйып, яңыһын алды. Ошондай майҙансыҡ булғанға бик ҡыуанабыҙ. Башҡортостанға һәм уның битараф булмаған халҡына ҙур рәхмәт! – ти Петровское ҡалаһынан Надежда.
Мәғлүмәт сығанағы: Гөлнур Артыҡаева.