

26 июлдә Өфөләге “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөүселәр торлаҡты һәм социаль объекттарҙы тергеҙеү өсөн Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оҙатты.
Яңыртылған “Ҡашҡаҙан” паркы проекты етәксеһе Армен Абовян төҙөлөш-монтаж эштәрендә 32 белгестең ҡатнашыуы тураһында белдерҙе. Улар Красный Луч ҡалаһында торлаҡ йорттарҙы ремонтлай, шулай уҡ Петровский ауылында 22-се дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһын тергеҙә. Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән уҡыу йортонда ремонтты 1 сентябргә тамамларға ниәтләйҙәр.
Башҡортостан Башлығы төҙөүселәргә уңыштар теләне.
- Бик мөһим эшкә тотонаһығыҙ. Донбасс халҡы һеҙҙең ярҙамға мохтаж, – тине Радий Хәбиров. – Луганск Халыҡ Республикаһында хәл ябай түгел, ләкин беҙ һеҙҙең менән бергә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Хәйерле юл һеҙгә!
Фотолар: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press