

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Гөлназ Зәйнуллина 16 йыл инде ауыр сир – лимфодема (лимфостаз) менән көрәшә.
– Был диагнозды миңә 2005 йылда ҡуйҙылар. Ҡапыл һул аяғым шешеп китте һәм "фил аяғы"на оҡшай башланы. Ошонан башланды ла инде дауаханалар тупһаһын тапау. Бер табиптан икенсеһенә, бер дауахананан икенсеһенә йөрөнөк. Тик дөрөҫ диагноз оҙаҡ ҡуйылманы һәм дөрөҫ дауалау булманы. Наркоз аҫтында үткән операцияларҙың оҙонлоғо ун сәғәт самаһына һуҙылды. Йылдан-йыл шеш ҙурая, аяғым һыҙлай. Яраған аяҡ кейеме, өҫ кейеме һайлауы ауырлаша, - тип яҙа Гөлназ.
Гөлназ - Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылы ҡыҙы. Лимфа шыйыҡсаһының йөрөшө боҙолғанлыҡтан, тәндең йомшаҡ туҡымалары шешә. “Фил аяғы”, унда ҡутырлы һәм сей яралар барлыҡҡа килә. Шуныһы ҡурҡыныс: лимфедема тулыһынса дауаланмай, даими рәүештә лимфодренаж һәм бандажлау менән шөғөлләнеп, сирленең хәлен еңеләйтергә генә мөмкин. Бының өсөн реабилитация үтеп тороу, йәнә махсус трикотаж кейем талап ителә. Хирургик операция яһау ҙа ауырыуҙарҙың 70 процентының хәлен яҡшырта. Мәскәүҙә табиптар яҡшыға өмөтләндереп, Гөлназды ҡабул итергә әҙер, әммә операция түләүле. Шуға ул мәрхәмәтле кешеләргә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.
Гөлназ һөнәре буйынса уҡытыусы. Әммә гел ауырығас, мәктәптә ҡыҫҡартыуға эләккән. Башланғыс класс балаларына репетиторлыҡ юлы менән аҙ-маҙ аҡса эшләп, бирешмәҫкә тырыша башҡорт һылыуы. Уға сабырлыҡ, һауығыу мөмкинлектәре табылыуын теләйбеҙ.
Фото: Гөлназ Зәйнуллинаның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.