

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостандан Донбассҡа 17-се гуманитар конвой юлланды.
Автоколоннаны “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов оҙатып китте. Шулай уҡ гуманитар конвойҙы оҙатып барыусы делегация составында партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Евгений Мельников, Өфө ҡалаһы Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мельников бар.
Был юлы йөк автомобилдәрендә ошо көндәрҙә асыласаҡ балалар ялы үҙәге өсөн ике тонна ҡорамалдар бар.
– Бөгөн колонна дәүләт сигендәге “Донецк” үткәреү пунктына етте, унда таможня процедураһын үтте. Тауарҙы бушаттыҡ, йыйыуға тотонабыҙ. Ноутбуктар, принтер, проектор, мәктәп кәрәк-яраҡтары, ижад өсөн тупланмалар, футбол, баскетбол, волейбол туптары, өҫтәл уйындары һәм, әлбиттә, тәмле күстәнәстәр, шул иҫәптән башҡорт балы, – тип һөйләне Руслан Насретдинов.
Йөк составында – балалар уңайлы һәм таҙа шарттарҙа шөғөлләнһен өсөн көнкүреш химияһы һәм зарарһыҙландырыу саралары.
Был Руслан Насретдиновтың Луганск Халыҡ Республикаһына икенсе эш сәфәре.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе.