Йәмғиәт
28 Июль 2022, 15:00

Балалар хәүефһеҙлеген хәстәрләп

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Өфөлә һәм Йоматауҙа балалар майҙансыҡтарының хәүефһеҙлеген тикшерҙе.

Балалар хәүефһеҙлеген хәстәрләпБалалар хәүефһеҙлеген хәстәрләп
Балалар хәүефһеҙлеген хәстәрләп

28 июлдә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рита Некрасова граждандарҙан ялыу килгән ике балалар майҙансығы торошон тикшерергә сыҡты. Уларҙың береһе - Йоматау шифаханаһы ауылында, икенсеһе Өфөлә урынлашҡан.

Мәҫәлән, Йоматауҙа Ҡулса урамы, 22 адресы буйынса урынлашҡан майҙансыҡта ете йәшлек ҡыҙ балалар уйын комплексының ике тауын тоташтырған бәләкәс күперҙә таҡталар булмау сәбәпле соҡорға төшөп китә. Бәхеткә, етди йәрәхәттәр алмай. “Был майҙансыҡ Йоматау ауыл советынан 10 метр йыраҡлыҡта урынлашҡан, һәм бер кемдең дә унда эше юҡ. Балалар майҙансығы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар күреүегеҙҙе һорайым”, - ошондай мөрәжәғәт килә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына. Урында, ысынлап та, бәләкәс күперҙәрҙең береһендә таҡталарҙың бөтөнләй булмауы, икенсе комплекста бары берәү генә барлығы асыҡлана.

Рита Некрасова менән берлектә Йоматауҙағы майҙансыҡты Өфө районының торлаҡ-коммуналь һәм юл хужалығы идаралығының торлаҡ хужалығы һәм төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Илдар Вахитов, Йоматау ауыл советы башлығы Нина Тюленева ла ҡарап, үҙҙәренә был майҙансыҡ буйынса мөрәжәғәт булмағаны хаҡында әйтте.

“Халыҡтың шунда уҡ йәмәғәт палатаһына яҙыуҙары, берҙән, шатландыра, тимәк, беҙгә нығыраҡ ышаналар, ярҙам һәм аңлау тоялар. Икенсенән, урындағы власть менән диалог көйләнмәүе ҡыҙғаныс”, - тине Рита Некрасова.

Шунда уҡ Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы вәкиле булғанда был урында балалар имгәнеү хәүефен кәметеү өсөн күперҙәге берҙән-бер таҡта алынды. Ауыл Советында яҡын арала конструкцияны тергеҙергә, ҙурлығы буйынса тура килгән таҡталар табып күпергә беркетергә вәғәҙәләнеләр.

Был балалар майҙансығы 2017 йылда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса төҙөлгән, бөгөн ул ауыл Советы балансында. Майҙансыҡ яҡшы торошта, яҡтыртылған, ҡоймаланған, берҙән-бер етешһеҙлек – заманса резина япмаһы булмауында, сөнки 2017 йылда майҙансыҡтарға бындай талаптар ҡуйылмай.

Тағы ла бер мөрәжәғәт Өфө ҡалаһының СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 38 адресы буйынса йәшәүсенән килә. “Йорт эргәһендә үҙебеҙҙең балалар майҙансығы юҡ. Беҙ СССР-ҙың 50 йыллығы, 40 адресы буйынса урынлашҡан майҙансыҡҡа йөрөргә мәжбүр. Ләкин ул да бик насар хәлдә. Үҙебеҙҙең йорт эргәһендә майҙансыҡ төҙөп йәки ошоһон булһа ла тәртипкә килтереп булмаймы? Сүп-сар ҙа күп, уны бер кем дә йыйыштырмай”, - тиелә мөрәжәғәттә.

Килеп 40-сы йорт эргәһендә балалар майҙансығын да, тренажерҙар менән айырым спорт комплексын да ҡарайҙар, икенсеһе күпкә яңыраҡ.

Ситтән ҡарағанда, майҙансыҡ яңы өлгө буйынса эшләнгән, биләмәлә бәүелсәк, уйын комплексы, эскәмйәләр бар, ләкин ҡоймаланмаған, яҡтыртылмаған. Ҙур ағастар, төпһәләр бар, ә махсус резина япмаһы юҡ.

“Был объектты тулы балалар майҙансығы тип атап булмай, етмәһә, федераль ҡануниәт буйынса күп талаптар бар. Күләгә - һәйбәт, ләкин ҡағиҙә буйынса улар бында булырға тейеш түгел”, - тине Рита Некрасова.

Майҙансыҡ биләмәһендә шулай уҡ Октябрь районы хакимиәтенең торлаҡ хужалығы өлкәһендә координация бүлеге начальнигы Айҙар Хамматов, “Регион” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте торлаҡ-файҙаланыу участкаһы директоры Илфат Аҡбаров та булды. Майҙансыҡтың хужаһы кем булыуы әлегә аңлашылмай. Уның буйынса ниндәйҙер документтар табыу ҙа ҡатмарлы, кадастр номеры ла, биләмәне межалау ҙа юҡ.

Объект милектә булмаһа ла, ЖЭУ хеҙмәтләндереүендә тора. Ниндәйҙер ваҡ ремонтты “Регион” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләргә вәғәҙәләй.

Объекттарҙа булыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Йоматау ауыл Советына һәм Октябрь районы хакимиәтенә балалар майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек талаптары боҙолоуын бөтөрөү үтенесе менән рекомендациялар йүнәлтәсәк.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы йыл дауамында балалар майҙансыҡтарына сығыуҙы дауам итәсәк, граждандарҙың мөрәжәғәттәре лә иғтибарҙа буласаҡ.

Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас