Йәмғиәт
28 Июль 2022, 13:00

Гөлназ “Башҡортостан” гәзите менән дуҫ

 Гәзит-журналдар, хаттарҙы аҙнаһына биш тапҡыр таратам, – тип һөйләй Хәйбулла районының алдынғы почтальоны Гөлназ Вәлиулла ҡыҙы

Гөлназ “Башҡортостан” гәзите менән дуҫГөлназ “Башҡортостан” гәзите менән дуҫ
Гөлназ “Башҡортостан” гәзите менән дуҫ

Тыумышы менән Байғусҡар ауылынан булған Гөлназ Ҡаҙнабаеваны Хәйбулла районында ғына түгел, ә тотош Башҡортостанда яҡшы беләләр, сөнки ул үҙ эшенең оҫтаһы, һайлаған һөнәрен яратып башҡара.

– Гәзитте аҙнаһына биш тапҡыр таратам, – тип һөйләй Хәйбулла районының алдынғы почтальоны Гөлназ Вәлиулла ҡыҙы. – Мин Аҡъяр ауылында 14 урамды хеҙмәтләндерәм, бынан тыш миңә Аҡъяр ауылындағы Аҡморон микрорайонын да ышанып тапшырҙылар.

Әйткәндәй, Гөлназ Ҡаҙнабаева, кешеләрҙе иң күп яҙҙыртып, “Башҡортостан” республика гәзите (2022 йылдың икенсе яртыһы) ойошторған бәйгелә еңеү яуланы. Үҙ сиратында, беҙ Гөлназ Вәлиулла ҡыҙын, уның тыуған яғына барып, ошо уңайҙан ҡотлап бүләктәр тапшырҙыҡ.

Фото: Рәшит Зәйнуллин.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас