

Башҡортостанда Президент хәрәкәте вәкилдәре даими эшләгән икенсе сеймалды ҡабул итеү пункттарын тикшерҙе. Баҡтиһәң, улар ҡараған ун объекттың етәүһе, рөхсәт документы булмаһа ла, эшләй. Был турала республикабыҙҙың прокуратураһына ялыу яҙғандар.
– Икенсе сеймалды ҡабул итеү пункттары, хаҡтар уларға арзан булғас, эштәрен туҡтатһа, ә тимер, ҡара һәм төҫлө металл ҡабул иткән “төп нөктәләр” һаман да эшләй, – тип һөйләй Башҡортостан Халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Морад Шафиҡов. – Уларҙың янында сүп-сар һәм бысраҡ, улар санитар талаптарҙы һанға һуҡмай.
Морад Шафиҡов әйтеүенсә, ошондай хаталарҙы киләсәктә төҙәтеү өсөн улар республикабыҙҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән.
Фото: Башҡортостан Халыҡ фронтының төбәк штабы.