Йәмғиәт
29 Июль 2022, 18:30

Һанлаштырыу эше – заман талабы

"Росреестр" вәкилдәре республикаға эшлекле тәҡдимдәр менән килгән.

Һанлаштырыу эше – заман талабыҺанлаштырыу эше – заман талабы
Һанлаштырыу эше – заман талабы

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Олег Скуфинский етәкселегендәге "Росреестр" делегацияһы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре менән осрашты. Сарала республиканың “Биләмә” мәғлүмәт системаһының эше менән таныштылар.  

Андрей Назаров Башҡортостандың "Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы" (НСПД) дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын, республиканың Рәсәйҙең 20 пилот төбәге исемлегенә инеүен билдәләне.

— "Росреестр" менән яйға һалынған хеҙмәттәшлек арҡаһында урындағы үҙидара органдарының тулы дәрәжәлә үҙ-ара электрон эш итеүгә күсеүенә өлгәштек. Бөгөн Башҡортостан Волга буйы федераль округында дәүләт власы органдарынан алынған электрон формалағы ғаризалар өлөшө буйынса 1-се урынды биләй. Быйыл хеҙмәттәшлектең тағы бер яңы этабын үттек. Бөгөндән республикалағы Күп функциялы үҙәктәр һәм "Росреестр" идаралығы документтарҙың ҡағыҙһыҙ әйләнешенә күсә. Республиканың Күп функциялы үҙәктәре менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү системаһы булдырылған. "Росреестр" хеҙмәттәре халыҡ араһында иң популяр булып тора. Бында күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең өстән бер өлөшө тиерлек уларға тура килә. Беҙҙе бөтә мәғлүмәт системаларын индереү, уларҙы таратыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу юлдары ҡыҙыҡһындыра, - тине Андрей Назаров.

"Росреестр" етәксеһе Олег Скуфинский Башҡортостан етәкселегенә "Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы" булдырыуҙа ҡатнашҡанда һөнәри яҡтан оҫталыҡ күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе.

"Төбәк идаралығы коллективтары — был эштә беҙҙең төп хеҙмәттәштәребеҙ. Программаның 20 пилот төбәге иҫәбенә ингән Башҡортостан киңлек мәғлүмәттәрен йыйыу һәм эшкәртеү процестарын автоматлаштырыу буйынса байтаҡ тәжрибәгә эйә. Республика етәкселеге менән берлектә берҙәм дәүләт теркәү номерын тултырыу һәм үҙ-ара эш итеүҙең электрон форматына күсеү өҫтөндә системалы эш алып барабыҙ. Ышаныслы һәм тикшерелгән арауыҡ мәғлүмәттәренең берҙәм һанлы сығанағын булдырыу биләмәләрҙең инфраструктураһын комплекслы үҫтереүгә, граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә", — тине Олег Скуфинский.

Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы вәкилдәре ошо өлкәлә һанлаштырыу буйынса күрелгән саралары тураһында һөйләне. Әйтәйек, 2022 йылға комплекслы кадастр эштәренең дөйөм бюджеты яҡынса 116 миллион һум тәшкил иткән. Республикала "Төҙөлөш өсөн ер" проекты тормошҡа ашырылғандан алып торлаҡ төҙөлөшө өсөн 80 ер участкаһы асыҡланған, шуларҙың 73-ө Йәмәғәт кадастр картаһына индерелгән, ер участкалары менән тәьмин итеүгә ғаризаларҙың 50 проценттан ашыуы электрон рәүештә ҡабул ителә. Шулай уҡ теркәлгән объекттар өлөшө буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү, ер һәм милек секторында хеҙмәттәр күрһәтеү ваҡыты буйынса эш күрһәткестәре тураһында ентекле һөйләшеү булды.

"Росреестр" делегацияһының эш сәфәре барышында Башҡортостан "Туризм төбәге" федераль программаһында ҡатнашасаҡ тигән ҡарар ҡабул ителде. Республика бөтә илдән килгән туристарҙы йәлеп итеү үҙәгенә әйләнеү өсөн ҙур потенциалға эйә: төбәктә махсус һаҡланған 229 объект, шул иҫәптән өс ҡурсаулыҡ, бер милли парк, дүрт тәбиғәт паркы һәм бер урындағы парк, шулай уҡ 31 шифахана-курорт ойошмаһы бар. Республиканы проектҡа индереү Башҡортостанға туризмды үҫтереүгә күберәк инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

"Интегро" системалы тикшеренеүҙәр үҙәге эксперттары ултырышта ҡатнашыусыларҙы берҙәм "Биләмә" комплексы менән ентеклерәк таныштырҙы. Берҙәм мәғлүмәт комплексы муниципаль берәмектәр һәм дөйөм республика биләмәләре менән идара итеү процестарын автоматлаштырыу, һанлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән, тип билдәләнде. Шулай уҡ ресурс яңы быуындың инвестиция карталарын төҙөргә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостанда арауыҡ мәғлүмәттәре өлкәһендә айырым ҙур эш фронты булып географик мәғлүмәт базаһын булдырыу тора. Бында республиканың партнеры — "Геоскан-Өфө" компанияһы. Хәҙер концессия килешеүе сиктәрендә республиканың Өфө, Ҡариҙел, Нуриман райондарының геомәғлүмәт базаһын булдырыу буйынса эш алып барыла.

Ултырыш барышында "Башҡортостан Республикаһының дәүләт кадастр баһалауы" программаһы тәьминәтен ҡулланыу принцибы тикшерелде. Уның нигеҙендә 2018 йылдан алып республикала кадастр баһалауҙың өсөнсө циклы үткәрелә.

Фото һәм мәғлүмәт Республикаға идара итеү үҙәге сайтынан алынды.

Һанлаштырыу эше – заман талабы
Һанлаштырыу эше – заман талабы
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас