Йәмғиәт
29 Июль 2022, 16:30

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙе ҡотланы

"Бөтә Рәсәй конкурсында гранттар күләме буйынса Башҡортостан йәнә беренсе – беҙҙең йәштәр төбәккә 2,76 миллион һум йәлеп итте".

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙе ҡотланыБашҡортостан Башлығы йәштәрҙе ҡотланы
Башҡортостан Башлығы йәштәрҙе ҡотланы

Ркспублика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:

“Кисә Һамар өлкәһендә тамамланған "iВолга" Волга буйы йәштәр форумында Башҡортостан йәштәре федераль гранттар күләме буйынса беренсе урын алды. Йыйындың ун йыллыҡ тарихында был беренсе тапҡыр. Былтыр һигеҙенсе булғайныҡ.

Беҙҙең Влада Суколина - форумда бер миллион һумдан ашыу грант яулаған берҙән-бер кеше. Уның "Менторство" программаһы социаль проекттар авторҙарына ярҙамға киләсәк, был йүнәлеште үҫтереүгә Влада 1,2 миллион һум аҡса алған.

Беҙҙең төбәккә йүнәлтелгән грант ярҙамының дөйөм күләме – 3,261 миллион һум, был аҡса йәмғеһе ете проектҡа иҫәпләнгән. Биш башланғыс Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы сиктәрендә, тағы икәүһе Волга буйы федераль округында граждандар йәмғиәте учреждениеларын үҫтереүгә ярҙам фондының конкурсында еңгән.

Бөтә Рәсәй конкурсында гранттар күләме буйынса Башҡортостан йәнә беренсе – беҙҙең йәштәр төбәккә 2,76 миллион һум йәлеп итте.

Йәштәрҙе ҡотлайым! Башҡортостандың Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты коллективына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм!”

Фотолар Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙе ҡотланы
Башҡортостан Башлығы йәштәрҙе ҡотланы
Башҡортостан Башлығы йәштәрҙе ҡотланы
Башҡортостан Башлығы йәштәрҙе ҡотланы
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас