Йәмғиәт
29 Июль 2022, 18:15

Башҡортостан мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршылай

 Өфөгә эш сәфәре менән "Росреестр" етәксеһе Олег Скуфинский килде.

Башҡортостан мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршылайБашҡортостан мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршылай
Башҡортостан мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршылай

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:

"Бөгөн Өфөгә эш сәфәре менән "Росреестр" етәксеһе Олег Скуфинский килде. Беҙ Милли мәғлүмәттәр системаһын, хеҙмәттәрҙе һанлаштырыуҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙек, хеҙмәттәшлектең артабанғы йүнәлештәрен билдәләнек.

Башҡортостанда "Росреестр" менән эш һөҙөмтәле төҙөлгән. Беҙ НСПД дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса 20 пилот төбәк иҫәбенә инәбеҙ. Олег Александрович билдәләүенсә, мәғлүмәт йыйыу һәм эшкәртеү процестарын автоматлаштырыу буйынса байтаҡ тәжрибәбеҙ бар, был системаның формалашыуына булышлыҡ итәсәк.

Республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу барышында Башҡортостан "Туризм төбәге" пилот проектында ҡатнашырға ҡарар итте. Был туризмды үҫтереүгә күберәк инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

Хеҙмәт менән үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалыу арҡаһында урындағы үҙидара органдарының электрон рәүештә үҙ-ара эш итеүенә күсеүгә өлгәштек. Башҡортостан Волга буйында электрон формала ғаризалар ҡабул итеү буйынса 1-се урынды биләй.

Республикала Күп функциялы үҙәктәре менән һөҙөмтәле эш булдырылған. "Росреестр"ҙыҡылар күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең 30 процентын тиерлек тәшкил итә. Бөгөндән республикалағы Күп функциялы үҙәктәр һәм "Росреестр" идаралығы документтар менән ҡағыҙһыҙ идара итеү алымына күсә.

Иҡтисадты һанлаштырыуҙың милли өҫтөнлөктәрен тормошҡа ашырыуға айырым иғтибар бүләбеҙ. Беҙҙең "Интегро" системалы тикшеренеүҙәр үҙәге тарафынан "Биләмә" комплекслы мәғлүмәт системаһын эшләне, ул муниципаль берәмектәр һәм төбәк биләмәләре менән идара итеү процестарын, шулай уҡ ҡала төҙөлөшөн автоматлаштырыуҙы тормошҡа ашыра.

Беҙҙең икенсе партнерыбыҙ – “Геоскан-Өфө” концессия килешеүе нигеҙендә Өфө, Ҡариҙел, Нуриман райондарының геомәғлүмәт базаһын булдырыу өҫтөндә эшләй.

Быларҙың барыһы ла республиканың инвестиция, иҡтисади һәм социаль компоненттарына һиҙелерлек йоғонто яһай, халыҡҡа, бизнесҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас