Йәмғиәт
29 Июля 2022, 08:57

Быйыл тракторлы булғандар

Бында төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу йәшәй.

Табын ауыл биләмәһенәнТабын ауыл биләмәһенән
Фото:Табын ауыл биләмәһенән

Республикала ең һыҙғанып эшләгән йәш етәкселәр бихисап. Ғафури районының Табын ауылы биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров та – уңғандар иҫәбендә. Ауыл биләмәһе тормошон йәнләндереүгә күп көс һалған йәш етәксе, ауылдаштары араһында ла абруй ҡаҙанған.

Фидан Фәнүр улы 1988 йылда Ғафури районының Табын ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2019 йылдан Табын ауылы биләмәһе башлығы булып эшләй.

– Үҙем тыуып үҫкән биләмәне үҫтереү, төҙөкләндереү өсөн тырышам. Беҙҙә төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу йәшәй, – тине ул.

Ысынлап та, йәштәрҙең көсө ташып тора, улар белемле, тәүәккәл, һәр эшкә ҡыйыу тотона. Фидан Ғүмәров та – шундай етәкселәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа Табын ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәр ҙә ошо хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, былтыр ауылдарҙы сүп-сар контейнерҙары менән тәьмин иткәндәр, Яңы Бурлы ауылында балалар майҙансығы төҙөгәндәр, биләмәне төҙөкләндереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарылған. Шулай уҡ урамға яҡтыртҡыстар һәм юл билдәләре ҡуйғандар, баннерҙар элгәндәр.

Төрлө проекттарҙа ла ҡыйыу ҡатнашалар. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса былтыр Табын ауылында балалар өсөн спорт майҙансығы эшләгәндәр. Был изге эшкә ауыл биләмәһе хакимиәте һәм В.Ғ. Сәфәрғәлина етәкселегендәге “Ихласлыҡ” йәмғиәте тос өлөш индергән. Быйыл иһә Архангел ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған обелискты реконструкциялау һәм Геройҙар аллеяһын төҙөкләндереү эше тамамланып килә. Табын, Родина ауылдары урамдарына ремонт яһалған.

– Райондың мәшғүллек үҙәге аша беҙгә биш кеше эшкә килде, улар ауылды төҙөкләндереүгә тос өлөш индерә. Дөйөм алғанда, беҙҙә ауылдарҙы йәнләндереү, матурлау эше бер ваҡытта ла туҡтамай, – тине ауыл биләмәһе башлығы.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында былтыр “УАЗ” автомобиле базаһында янғын һүндереү машинаһы алғандар. Быйыл иһә тағы ла еңеүгә өлгәшеп, ҡар таҙартыу ҡорамалы ҡуйылған тракторлы булғандар. Хәҙер ҡышын биләмәләге ауылдарҙың урамдарын таҙартыу күпкә еңелләшәсәк.

Табын ауылы биләмәһе күп милләтле булыуы менән дә үҙенсәлекле. Бында төрлө халыҡ вәкилдәре татыу, берҙәм булып йәшәй, мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Наталья Хәбибуллина етәкселегендәге казактар хоры һәм Родина ауылынан Фәүзиә Ҡотлогилдина етәкселек иткән Ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы әүҙем эшләй. Ауыл китапханаһына халыҡ ихлас йөрөй, улар китап уҡыу менән генә сикләнмәй, төрлө сараларҙа ла ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл район һабантуйында Табын ауылы биләмәһе ҡуйған тирмә Гран-при яулаған. Ғаилә байрамын да киң билдәләгәндәр. Унда 50 йыл татыу ғүмер иткән Миңлегөл менән Шамил Ғиниәтуллиндарҙы ла ҡотлағандар. 

Биләмәлә спортты үҫтереүгә ҡарата ла иғтибар ҙур, шуға күрә уҡыусылар һәм йәштәр командалары район бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша. Айырыуса футбол, баскетбол, саңғы, йөҙөү кеүек спорт төрҙәрендә призлы урындар яулайҙар. Ғөмүмән, 250-нән ашыу кеше спорт менән әүҙем шөғөлләнә.

Урындағы совет депутаттары ла даими ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, эшҡыуар Максим Тактаров “Атайсал” проекты буйынса баскетбол командаһына 10 спорт кейеме алып биргән. Ғафури урман хужалығы директоры Рәүеф Йәнмырҙин иһә янғынды иҫкәртеү ҡорамалдары бүләк иткән.

Әлбиттә, һәр ауылдағы кеүек үк, бында ла тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй тойолған мәсьәләләр күп, әммә алға ынтылған кеше генә ауырлыҡтарҙы еңеүгә өлгәшә. Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров – шундай етәкселәрҙән.

-  Рәмилә МУСИНА

Фидан Ғүмәров.Фидан Ғүмәров.
Фидан Ғүмәров.
Читайте нас