Йәмғиәт
29 Июля 2022, 11:00

Ейәнсурала - байрам!

Тик, Азамат Юлдашбаевтың теләге буйынса...

Ейәнсурала - байрам!Ейәнсурала - байрам!
Ейәнсурала - байрам!

29 – 31 июлдә Ейәнсура районының Ҡыҙылташ яланында (Таҙлар һәм Күгәрсен ауылдары араһындағы “Аманат” кафеһы янында) “Ҡош юлы” башҡорт бард йыры республика фестивале үтә.

Быйыл ул ун йыллыҡ байрамын билдәләй, әммә, элеккеләренән айырмалы, үҙ-ара ярыш ойошторолмай.

“Йәшлек” гәзитенең сайтында йырсы Миңзәлә Яхина хәбәр итеүенсә, был хәрәкәткә нигеҙ һалған яҙыусы Азамат Юлдашбаевтың күптән шундай теләге булған. Ижадсылар үҙ-ара ярышырға түгел, ә үҙ-ара берҙәмлеген, дуҫлығын күрһәтергә тейеш. Ун йыллыҡ юбилей фестивале тап ошондай юҫыҡта ойоштороласаҡ.
Ентеклерәк мәғлүмәт: https://vk.com/kosh_yuli йәки https://t.me/koshuly

Белешмәләр өсөн телефон: +7(962)5422949

Адресы: Башҡортостан, Ейәнсура районы, Магнитогорск-Ира трассаһы, 265 км. Йүнәлеш – «Аманат» кафе (артабан күрһәткестәр буйынса). Координаты GPS: 52.126740, 56.734265.

Фото: Инсаф Хужабиргәнов.

Ейәнсурала - байрам!
Ейәнсурала - байрам!
Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас