Йәмғиәт
29 Июль 2022, 15:30

Өфө - экологик яҡтан иң таҙа баш ҡалалар иҫәбендә

“Эксперт РА” аналитик рейтинг агентлыҡ белгестәре Рәсәй ҡалалары үҫешенә йомғаҡ яһаған.

Өфө - экологик яҡтан иң таҙа баш ҡалалар иҫәбендәӨфө - экологик яҡтан иң таҙа баш ҡалалар иҫәбендә
Өфө - экологик яҡтан иң таҙа баш ҡалалар иҫәбендә

Әлеге мәғлүмәткә ярашлы, Өфө тиҙ үҫешкән, шул иҫәптән экологик яҡтан таҙа ун ҡалалар исемлегенә ингән.

Эксперттар экологик, социаль һәм корпоратив идара итеү пункттары буйынса ҡаланы баһалаған.

Дөйөм алғанда, Волга буйы федераль округы ҡалалары – Түбәнге Новгород, Чебоксар, Пенза, Өфө – башҡа төбәктәрҙәге ҡалалар менән сағыштырғанда, экологик яҡтан иң таҙаһы тип таныла. Бынан тыш, бөтә федераль округтарҙа, Волга буйы федераль округынан тыш, иң насар һөҙөмтәләргә өлгәшкән ҡалалар ҙа бар, уларҙың күбеһе Себер федераль округына – Иркутск, Ҡыҙыл, Красноярск – ҡарай.

Аналитиктар билдәләүенсә, ҡаланы йәшелләндереү кимәле юғары. Бынан тыш, Башҡортостандың баш ҡалаһында тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға киткән сығымдар йылына биш миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән туғыҙ мегаполис иҫәбенә инә.

Аналитиктар Өфөнө идара итеү мәсьәләләре сифатлы һәм тиҙ хәл ителгән ун ҡала исемлегенә индергән. Бындай ҡалалар бюджет мәғлүмәтенең асыҡ булыуы, ҡарарҙар ҡабул иткәндә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатнашыу проценты, ҡалаға килтерелгән тауар күләме, бюджет башҡарылыуының күрһәткесе һәм башҡа пункттар ярҙамында баһалана. Ун ҡала исемлегендә Себер, Үҙәк федераль округтарҙан өсәр, Волга буйы федераль округынан Өфө һәм Ижевск, Урал һәм Көньяҡ федераль округтарынан берәр ҡала ингән.

"Өфөгә экологик яҡтан күрһәткестәрҙе тағы ла арттырыу өсөн бөтә шарттар бар. Ҡала бик йәшел, күпселек сәнәғәт предприятиеларына заманса таҙартыу ҡоролмалары ҡуйылыу ҙа ҙур роль уйнай", – ти ӨДНТУ-ның тирә-яҡ мөхит һәм тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу кафедраһы мөдире Ирен Туҡтарова.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас