

Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы “Айыҡ ауыл-2021” республика бәйгеһенең район этабында ҡатнашып, биләмәләр араһында еңеү яуланы. “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе этабында ла мәскәүҙәр, үҙ районының данын яҡлап, биләмәләрендә район-ара сараларҙы әүҙем алып барҙы.
Ошо барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнаған Мәскәү ауыл биләмәһе башлығы Динар Хөснөтдинов үҙен булдыҡлы етәксе итеп күрһәтте. “Беҙ халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, ауылда балаларға ла, ололарға ла уңайлы шарттар тыуҙырыу өҫтөндә эшләйбеҙ”, – ти ул.
Динар Заһит улы 1983 йылда Дүртөйлө районының Мәскәү ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия академияһында белем алған. 2012 йылдан Мәскәү ауыл биләмәһе башлығы булып эшләй.
Ауыл кешеләре “йәшел йылан” ҡорбаны булмаһын өсөн, бында байтаҡ эш башҡарылған. Йыл әйләнәһенә төрлө кәңәшмәләр, саралар, осрашыуҙар ойошторолған. Ауылдың бөтә йәмәғәт ойошмалары ла – ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, аҡһаҡалдар, ҡоролтай был изге эштә бик әүҙем ҡатнаша. Айырыуса ауыл советы, мәктәп коллективы, мәсет имамы ихлас эшмәкәрлек алып бара. Экологик өмәләр уҙғарыла, йыл әйләнәһенә ауыл эргәһен, йылға буйҙарын таҙартыу эше ойошторола.
Халыҡтың күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә, балаларға өлгө булып тора. Ауылда мәсет бар. Унда дини байрамдарҙа вәғәздәр уҡып, йома сәйҙәренә йыйылып, ололар ихлас аралашып ҡайта. Уларға ҡарап, йәштәр ҙә иман юлына тартыла. Ағинәйҙәр ҡоро һөҙөмтәле эшләй. Улар төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү буйынса ла, тәрбиәүи йүнәлештә лә эшләй.
Ауылда эш юҡ, тип баш эймәйҙәр. Халыҡ мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, етеш донъя көтә, балаларын уҡытып, һәр яҡлап тырышып йәшәй. Ауылда башҡарылған эш бихисап. Шәжәрә байрамдары ойошторолған, уға әҙерләнгәндә ауыл да төҙөкләндерелгән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр хөрмәтенә обелиск ҡуйылған, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса балалар майҙансығы урынлаштырылған, һыу башняһы яңыртылған, мәктәп тәҙрәләре алмаштырылған. Мосолман зыяратын өр-яңынан кәртәләгәндәр. Шулай уҡ ауылда туҡталыш эшләгәндәр, үҙәк урамға янғын һүндереү гидранты урынлаштырғандар. Ошондай изге эштәрҙе бойомға ашырыу йыл дауамында туҡтауһыҙ алып барыла.
– Ауыл халҡын ыңғай яҡтан ғына баһалайым. Нимә әйтһәң дә, күтәреп алырға әҙер генә торалар. “Айыҡ ауыл” бәйгеһе барғанда бик күп спорт саралары уҙҙы. Шул иҫәптән быймала хоккей, “Быйма байрамы”, Мәскәү ауылында хоккей буйынса ярыш, “Яҙғы моңдар” республика конкурсында ғәҙәти булмаған байрам концерты, “Мәскәүҙәр уҙышы” тип аталған район-ара саңғы ярышы һәм башҡа күп саралар булды.
Ғөмүмән, “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыу балаларыбыҙ күңеленә изгелек, айыҡлыҡ орлоҡтары сәсеүгә булышлыҡ итә. Айыҡ атай-әсәйҙең йөрәк йылыһын тойоп, олатай-өләсәһенең аҡылын зиһененә һеңдереп үҫкән кеше йәмғиәтебеҙҙә үҙ урынын табыр, милләтебеҙ юғалмаҫ. Эйе, бөгөн насар күренешкә юл ҡуймаҫҡа, туғандарыбыҙҙы, нәҫелдәребеҙҙе, күршеләребеҙҙе һәм ауылыбыҙҙы ошо тоҙаҡтан алып сығырға һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайларға тигән теләктә һәм өмөттә ҡалабыҙ, – тине ауыл биләмәһе башлығы Динар Заһит улы.
- Р. ХӨСНУЛЛИНА