Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2022, 15:00

Красный Лучта Балалар ял үҙәге асылды

"Ул малайҙарға һәм ҡыҙҙарға файҙалы эш менән шөғөлләнеү, ауыр хәтирәләрҙән арыныу мөмкинлеген бирер тип ышанабыҙ".

Красный Лучта Балалар ял үҙәге асылды
Красный Лучта Балалар ял үҙәге асылды

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында Балалар ял үҙәген асты.

Сарала Красный Ключ ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко һәм Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты.  

– Был беҙҙең ҡалалағы беренсе балалар ял үҙәге. Ул кескәйҙәргә ҡыҙыҡлы булыр, күпләп йөрөрҙәр, тип ышанам. Беҙҙең балалар физик йәһәттән дә, интеллектуаль яҡтан да үҫергә тейеш. Яҡты киләсәк хаҡына йәш быуын күңеленә шатлыҡ сәсеү ҙур бурысыбыҙ булып тора, – тине Сергей Рыбальченко.

Ул Башҡортостан Башлығы, Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе.

Балалар ял үҙәге үҫтереүсе һәм өҫтәл уйындары, мультимедиа, музыка ҡоралдары, канцелярия, спорт инвентарҙары менән йыһазландырылған.

Руслан Насретдинов партияның Донбассҡа күрһәткән ярҙамы тураһында әйтеп үтте.

– Үҙәкте йәйге каникул ваҡытында асырға тырыштыҡ, әле балаларҙың ижадҡа һәм уйынға ваҡыты бар. Яңы учреждение уларға файҙалы эш менән шөғөлләнеү һәм ауыр хәтирәләрҙән арыныу мөмкинлеген бирер тип ышанабыҙ. Төрлө йәштәге малайҙар һәм ҡыҙҙар ижади яҡтан үҫә, спорт менән шөғөлләнә ала, был уларҙы уйһыҙ, ҡыуаныслы бала саҡҡа алып ҡайтыр, – тигән фекерҙә Руслан Насретдинов.

Билдәле булыуынса, республика Донбасс халҡына даими ярҙам күрһәтә - аҙна һайын төрлө әйберҙәр, төҙөлөш материалдары тейәлгән гуманитар конвой машиналарын оҙата.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.

Красный Лучта Балалар ял үҙәге асылды
Красный Лучта Балалар ял үҙәге асылды
Красный Лучта Балалар ял үҙәге асылды
Красный Лучта Балалар ял үҙәге асылды
Красный Лучта Балалар ял үҙәге асылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: