Йәмғиәт
29 Июля 2022, 15:00

Луганскиға туғыҙынсы ылау оҙатылды

Колонна республиканың Петровское ауылындағы мәктәпкә юлланды.

Луганскиға туғыҙынсы ылау оҙатылдыЛуганскиға туғыҙынсы ылау оҙатылды
Луганскиға туғыҙынсы ылау оҙатылды

Луганск Халыҡ Республикаһына Башҡортостандан яңы гуманитар ярҙам оҙатылды. Был колонна Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпкә тәғәйенләнгән.

Колонна ете автофургондан тора. Унда 76 тонна төҙөлөш материалдары һәм капиталь төҙөкләндереү өсөн кәрәк-яраҡ һалынған.

Йөктө оҙатыу тантанаһында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ҡатнашты. "Әле был объектта яҡташтарыбыҙ - Өфө төҙөүселәре эш башланы, уларҙың һаны ошо көндәрҙә йөҙгә тиклем артасаҡ, мәктәпте төҙөкләндереүҙе 1 сентябргә тиклем тамамлау бурысы ҡуйылды. Киләһе аҙнала тағы ла төҙөлөш материалдары, уҡыу кластары өсөн мебель, ҡорамалдар алып барыу планлаштырыла. Төҙөкләндереүҙән һуң балалар заманса йыһазландырылған, компьютерлаштырылған кластарҙа уҡыясаҡ", — тине Фәрит Ғүмәров.

Донбасс халҡына гуманитар ярҙам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ебәрелә. Быға тиклем республиканан 18 ылау оҙатылғайны. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, төҙөлөш материалдары, китаптар, уҡыу кәрәк-яраҡтары, тәү сиратта кәрәк булған әйберҙәргә өҫтөнлөк бирелә.

Фото: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай.

Луганскиға туғыҙынсы ылау оҙатылды
Луганскиға туғыҙынсы ылау оҙатылды
Луганскиға туғыҙынсы ылау оҙатылды
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас