

Борай районының Борай ауылында йәшәгән Айрат Ҡәҙермөхәмәтовты был төбәктә абруйлы уҡытыусы, шәп спортсы, оҫта балыҡсы, матур ғаилә башлығы булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. Ул – дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған физик тәрбиә уҡытыусыһы, өҫтәүенә райондың волейбол командаһы капитаны.
Айрат Нурмөхәмәт улы бөтә ғүмерен балаларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға, уларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә арнаған. Үҙе лә ғүмер буйы спорттан айырылмай, иң яратҡан спорт төрҙәре – хоккей һәм волейбол. Ул – волейбол буйынса республика чемпионы, хоккей спортында ла алыштырғыһыҙ судья-тренер. Һөнәри эшмәкәрлек йәһәтенән дә ҡаҙаныштары бихисап: Айрат Нурмөхәмәт улы – мәғариф отличнигы, шулай уҡ Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Арыу уҡ йылдар Рәсәй ДОСААФ-ының район бүлеген уңышлы етәкләп, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү эшенә лә тос өлөш индерә.
Әйтеп үтеүебеҙсә, Борайҙа Айрат Ҡәҙермөхәмәтовты оҫта балыҡсы булараҡ та беләләр. Ул район кимәлендәге балыҡсылар конкурстарында ла даими еңеү яулай.
– Балыҡҡа йөрөү – күңелгә ял биргән шөғөл. Тәбиғәтте ныҡ яратам, урманда, йылға-күл буйында булыу әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек бирә, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Балыҡ тотоу ҙа – бала саҡтан яратҡан шөғөлөм, – ти Айрат ағай.
Әйткәндәй, ул үҙенең исеменең нимә аңлатыуы менән ҡыҙыҡһынып, “Айрат, Ҡайрат” тигән исемдең бер мәғәнәһе “урман кешеһе” булыуын белгән. “Бәлки, шуғалыр ҙа күңелем тәбиғәткә, урман-ҡырҙарға тартылалыр”, – ти ул шаяртыу ҡатыш.
Тыуған яғының йылға-күлдәре балыҡсыны хәтәр шәп табыштар менән ҡыуандырып тора. Быйылғы яҙҙа ул ун килограмлыҡ суртан тотҡан. Ә иң ҙур рекорды – 38 килограмлыҡ йәйен. 12 һәм 7,6 килограмлыҡ суртандар ҙа эләккәне бар уның ҡармағына.
– Бындай ҙур табыш тураһында һәр балыҡсы хыялланалыр, моғайын. Һәр миҙгелдә күңелдә “Быйыл нисек булыр икән?” тигән ҡомар уяна, – ти балыҡсы.
Айрат Нурмөхәмәт улының ғаиләһе лә бына тигән. Тормош юлдашы Флүзә ханым менән улдары Маратҡа, ҡыҙҙары Алһыуға матур тәрбиә биргән улар. “Атанан күргән – уҡ юнған” тигән кеүек, Марат та спортты үҙ итә, волейбол буйынса көмөш миҙал эйәһе, 50 саҡрымлыҡ марафондарҙа даими ҡатнаша. Ул ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Алһыу Айрат ҡыҙы тыуған төйәгендә төпләнеүҙе хуп күргән, әлеге ваҡытта район хакимиәтендә эшләй.
Бына шулай, тыуған төйәген яратыуы, әүҙем, сәләмәт тормош алып барыуы менән күптәргә өлгө булған һоҡланғыс уҙаман йәшәй Борай ерендә.
- Г. ВАРИСОВА