Йәмғиәт
29 Июль 2022, 06:00

Тағы ла бер поезд йөрөй башланы

Яңы "Ҡарлуғас" көн һайын Өфөнән Раевкаға һәм Раевканан Өфөгә “осасаҡ”.

Тағы ла бер поезд йөрөй башланыТағы ла бер поезд йөрөй башланы
Тағы ла бер поезд йөрөй башланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тимер юл темаһына әйләнеп ҡайтып, яңы электричка йөрөй башлауы тураһында яҙып сыҡты.

“Йәнә тимер юл тураһында. Бөгөн Рәсәй тимер юлдары менән берлектә тағы ла бер поезды – “Ҡарлуғас”ты сафҡа индерҙек. Ул көн һайын Өфөнән Раевкаға һәм Раевканан Өфөгә “осасаҡ”. Статистикаға ярашлы, ул - халҡыбыҙҙа иң популяр йүнәлештәрҙең береһе, һәм был мәсьәләне ошо рәүешле хәл итә алыуыбыҙ яҡшы.

“Ҡарлуғас” 1 сәғәт 40 минут юлда була. Туҡталыштар – Димдә, Шишмәлә, Шөңгәккүлдә һәм Дәүләкәндә. Өфөнән состав урындағы ваҡыт буйынса 9 сәғәт 4 минутта, Раевканан 17 сәғәт 3 минутта ҡуҙғала. Составта биш вагон.

Мәғлүм булыуынса, тәүге “Ҡарлуғас”ыбыҙҙы 2022 йылдың апрелендә сафҡа индергәйнек, ул Приютҡа бара һәм Өфөгә әйләнеп ҡайта. Тиҙ, уңайлы, хәүефһеҙ “Көнбайыш экспресс”ҡа пассажирҙар юғары баһа бирҙе, уға ихтыяж ҙур.

Белеүегеҙсә, йәнә бер заманса поезд, “Орлан”, Өфө менән Ырымбурҙы бәйләй. Республиканың көнсығышына маршрут асырға ҡалды. Быны беҙ тиҙҙән мотлаҡ эшләрбеҙ.

Киләсәккә планда – декабргә тиклем бөтә йүнәлештәр буйынса поездарҙың тағы ла берәр парын ғәмәлгә индереү. Был бик уңайлы. Иртән эш буйынса юлландың, кәрәкле ергә барҙың, ә кис әйләнеп ҡайттың.

Рәсәй тимер юлдары етәкселегенә берлектәге һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт, һәм, уңайҙан файҙаланып, Тимер юлсылар көнө менән ҡотлайым.

Бөтә пассажирҙарға – хәйерле юл. Беҙ тимер юл транспортында уңайлы, тиҙ һәм хәүефһеҙ булһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ”, – тип яҙған республика Башлығы.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Тағы ла бер поезд йөрөй башланы
Тағы ла бер поезд йөрөй башланы
Тағы ла бер поезд йөрөй башланы
Тағы ла бер поезд йөрөй башланы
Тағы ла бер поезд йөрөй башланы
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас