

Белгестәр билдәләүенсә, мейе өсөн иң яҡшы күнекмәләрҙең береһе – яңы тел өйрәнеү. Был шөғөл барышында кеше яңы ғилемгә эйә булып ҡына ҡалмай, бихисап ыңғай үҙгәреш тә кисерә: хәтере, иғтибары яҡшыра, тыңлай белеү, яңылыҡты ҡабул итеү һәләте, үҙенә ышанысы, эшкә һәләтлелеге арта. Тел өйрәнеү киң таралған мейе ауырыуҙарын, мәҫәлән, зиһен тарҡалыуҙы, Альцгеймер сирен иҫкәртә.
Яңы тел өйрәнеүҙең, бер нисә телдә иркен һөйләшеүҙең кешегә ыңғай тәьҫирен белгестәр нисек аңлата? Баҡтиһәң, бер нисә тел белгәндәрҙең мейеһендә нервы юлдары күберәк була. Был мейене ҡалыпҡа һалынған уйлауҙан аралай. Мәҫәлән, бер генә телдә һөйләшкән кешенең мейеһендә төрлө осраҡтар өсөн әҙер ҡалыптар барлыҡҡа килә һәм ғүмер барышында бер-береһенә оҡшаш осраҡтарҙа ул автоматик рәүештә тиерлек шулар менән ҡуллана.
Икенсенән, сит телде өйрәнеү – ул яңы белемгә эйә булыу, тормошҡа ҡарашыңды киңәйтеү тигән һүҙ. Һөҙөмтәлә рухи йәһәттән байыраҡ була бараһың, шул телдә һөйләшкән халыҡтың мәҙәниәте, тарихы, асылы менән яҡындан танышаһың. Бөгөнгө һүҙебеҙ – туған башҡорт теленән тыш, бер нисә сит тел белгән, әле лә был йүнәлештә белемен камиллаштырыуҙы, үҙен үҫтереүҙе дауам иткән алдынғы ҡарашлы йәш замандашыбыҙ тураһында.
Ләйсән Маликова Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте Сибай ҡалаһында тамамлаған. Ҡала мөхитендә йәшәүгә, башҡорт теленән тыш, барлыҡ фәндәрҙе русса уҡыуға ҡарамаҫтан, ул үҫкән ғаиләлә аралашыу тик башҡортса алып барыла, шуға күрә Ләйсән туған телен бик яҡшы кимәлдә белә. Ғөмүмән, тел өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан көслө була, айырыуса инглиз теле буйынса теләп шөғөлләнә. Шуға күрә урта мәктәпте тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетына уҡырға инә.
Тырыш ҡыҙға уҡыу еңел бирелә. “Инглиз, немец телдәрен өйрәнгәндә бер ваҡытта ла өндәрҙе дөрөҫ әйтеү йәһәтенән ауырлыҡ булманы. Был осраҡта башҡорт телендә иркен аралашыуым ярҙам итте, тип ныҡлы әйтә алам. Мәҫәлән, беҙҙәге “ҙ”, “һ”, “ә”, “ҫ” һәм башҡа өндәрҙе инглиз телендә дөрөҫ итеп әйтеү күптәргә ярайһы уҡ мәшәҡәт тыуҙыра, ә башҡорт телен белгәндәргә ул йәһәттән бер ауырлыҡ та булмай”, – ти Ләйсән.
Юғары уҡыу йортон тамамлап, диплом алырға йыйынған ҡыҙ май айында махсус программа буйынса Төркиәгә эшкә юлланған. Бының өсөн имтихандарын, диплом эшен алдан уңышлы тапшырған. Бөгөн Ләйсән Анталья ҡалаһындағы ҙур турист компанияһында эшләп йөрөй. Ул дүрт телдә – башҡортса, русса, инглизсә, немецса иркен аралаша, әлеге ваҡытта төрөк телен өйрәнә.
– Төркиәгә килгәс, башҡорт телен белеүемдең өҫтөнлөктәрен шул тиклем ныҡ татыным. Әлеге программа буйынса эшкә килгәндәр араһында рус, татар, башҡорт ҡыҙҙары бар ине, ә башҡорт телен мин генә беләм булып сыҡты. Уның кәрәклеге тәүге көндә үк тейҙе. Йәшәгән еребеҙҙәге һаҡ хеҙмәткәрҙәре төрөксә генә һөйләшә, күбеһе инглизсә лә, русса ла аңламай. Иғтибар менән тыңлаһаң, төрөк һөйләшен 50-60 процентҡа аңлауымды белеп ҡалдым. Башҡортса әйтһәм, улар ҙа мине ярайһы уҡ аңлай. Шулай итеп, яңы коллегаларым – әлеге программа буйынса эшкә барған ҡыҙҙар нимә кәрәкһә лә, миңә мөрәжәғәт итә, йәғни тәржемәсе, аралашсы ролен башҡарам (көлә – автор). Әле ике ай эсендә төрөк телен дә ярайһы уҡ үҙләштерҙем, уртаҡ һүҙҙәр бик күп, шуға күрә әлегә төрөксә һөйләшмәһәм дә, яҡшы аңлайым, – ти Ләйсән.
Маҡсатлы, тырыш ҡыҙға уңыштар юлдаш булһын!
Билингвизм – кешенең ике телде бер кимәлдә яҡшы белеүе, уйлай, фекерләй, аралаша алыуы. Бөгөн Рәсәй халҡының 20 проценты самаһы ошондай мөхиттә йәшәй, йәғни дәүләт теле булған рус теленән тыш, туған телендә лә иркен аралаша. Донъя күләмендә алып ҡарағанда ла, билингвизм – киң таралған күренеш. 2010 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостан халҡының яртыһы тиерлек ике һәм унан да күберәк тел белә, ул телдәрҙә иркен аралаша.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА