Йәмғиәт
29 Июль 2022, 17:30

Һыуҙа батыусылар һанын нисек кәметергә?

Башҡортостан Хөкүмәтендә күрелгән сараларҙы тикшерҙеләр.

Һыуҙа батыусылар һанын нисек кәметергә?Һыуҙа батыусылар һанын нисек кәметергә?
Һыуҙа батыусылар һанын нисек кәметергә?

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда һыу объекттарында халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе һәм янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса комиссияһының сираттан тыш ултырышы үтте.

Уға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслек итте. Видеоконференция бәйләнеше аша райондар һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Ултырыш ыңғай яңылыҡтарҙан башланды: Альберт Басировҡа Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты миҙалын тапшырҙылар. Ул ағаһы менән бергә Ағиҙел йылғаһында ике баланы ҡотҡарған.

11 июлдә йылғаға бишенсе класс уҡыусыһы Сафия һәм уның ҡустыһы, өсөнсөнө тамамлаған Богдан ағалары менән килә. Ир яр буйында көтөү көткәндә, балалар һыу инергә ҡарар итә. Әммә көслө ағым уларҙы алып китә. Уларҙың ҡысҡырғанын яр буйында ғаиләләре менән ял иткән ағалы-ҡустылы Альберт һәм Наил Басировтар ишетә. Ағайҙар ярҙамға икеләнмәй ташлана һәм батып барған балаларҙы ҡотҡара.

— Арабыҙҙа ошондай кешеләр йәшәүе менән ғорурланабыҙ. 11 июль был балалар өсөн икенсе тыуған көн булғандыр. Балаларҙы ҡотҡарғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, — тине Ирек Сәғитов.

Вице-премьер шулай уҡ ауыл хакимиәттәре, район хеҙмәттәре вәкилдәренә, республиканың һыу объекттарында иҫкәртеү саралары алып барыусыларға рәхмәт белдерҙе. Был миҙгелдәге берлектәге эш һөҙөмтәһе булараҡ, 115 кеше ҡотҡарылған, тип билдәләне ул.

— Республикала кешеләрҙең һыуҙа һәләк булыуына юл ҡуймау буйынса саралар күрелә. Рәсми пляждар асылды, бөгөн улар 121. Бынан тыш, халыҡҡа һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге тураһында даими хәбәр ителә. Иҫкәртеү өсөн рейдтар үткәрелә, халыҡҡа киң мәғлүмәт саралары, иҫкәртеү системаһы аша даими хәбәр ителә. Әммә был ғына етмәй. Артабанғы фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн эште әүҙемләштерергә кәрәк, – тип билдәләне вице-премьер.

Ултырышта билдәләнеүенсә, һыуҙа кешеләрҙең үлеменә килтергән күпселек сәбәптәр - ярамаған урындарҙа йөҙөү, иҫерткес эсемлектәр эсеү, балаларға өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса республика Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов муниципаль хакимиәт башлыҡтарына һыу объекттарында кешеләрҙең һәләк булыуына юл ҡуймау, шул иҫәптән йыһазландырылған пляждар асыу буйынса саралар күрергә ҡушты. Шулай уҡ профилактик төркөмдәрҙең эшен көйләү, уларҙың һөҙөмтәлелеген баһалау критерийы булараҡ, административ хоҡуҡ боҙоу буйынса протоколдар һанын ҡарау йөкмәтелде.

Ирек Сәғитов һыу объекттары янында өлкәндәр күҙәтеүенән тыш йөрөгән бәлиғ булмағандарҙы асыҡлау факттарына айырым иғтибар бирергә ҡушты.

Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Һыуҙа батыусылар һанын нисек кәметергә?
Һыуҙа батыусылар һанын нисек кәметергә?
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас