Йәмғиәт
29 Июль 2022, 09:48

Зимагур (Тормош һабаҡтары)

Факил Мостафин коллажыФакил Мостафин коллажы
Фото:Факил Мостафин коллажы

Ағаһының малайҙарына телефон, планшеттарҙы өләшкәс, шатлыҡтарынан үрле-ҡырлы һикерешерҙәр, тип көткәйне Тимур, яңылышҡан. Ҡулдарына алып әйләндереп торҙолар ҙа өҫтәлгә һалып сығып киттеләр.

– Беҙҙекеләр – яңы модель. Был телефондар инде иҫкергән, – тигәс, Тимур ғәрләнеп ҡуйҙы.

Ағаһы, еңгәһенән дә битарафлыҡ, һал­ҡынлыҡ тойҙо ҡунаҡ. Артыҡ һөйләшмәнеләр. Күрешеп, ултырып ашанылар ҙа хужалар, мал-тыуарҙы ҡарап, таныштары саҡырған байрамға сығып китте. Әсәһе тәһәрәт алып инде лә үҙенең яҡты, иркен бүлмәһендә намаҙ уҡый башланы.

Тимур, был өйҙә йәм тапмаҫын аңлап, урамға сыҡты. Класташтары Марат менән Илгиздең йортон һорашып барып тапты. Яңы урамда өй бөтөрөп сыҡҡандар икән, күршеләр. Уларға урам аша ике ҡатлы итеп төҙөлгән йортта ғаиләһе менән Айгөл тора, тиҙәр. Әле ял йортонда, ти. Яңы урамға барып, беренсе йорт ҡапҡаһы алдында туҡталғас, иҫе китеп ултырҙы Тимур. Күҙ алдары ҡараңғыланды. Ҡапҡалары алдынан уҡ тротуар плитәләре түшәлгән, аллы-гөллө сәскәләр үҫеп ултыра. Йорттарының төҙөк­лөгөнә, ҙурлығына хайран ҡалды зимагур Тимур. Уның башын бер һорау бырауланы: “Нисек булдыра алған уның класташтары ошондай тормош ҡорорға?”

Ҡапҡа алдына Тимурҙыҡынан да текәрәк сөм-ҡара джип килеп туҡтаны. Унан ап-аҡ күлдәкле, ҡара күҙлекле, ҡулына ҡара күн папка тотҡан Марат менән ҡурсаҡ кеүек кейенгән ҡатын төштө.

– Сәләм, йәштәш! – тип сәләмләне Маратты Тимур.

Марат тиҫтерен таныманы.

– Үҙгәргәнһең, ғәфү ит, яҡташ. Олоғайғанһың тип әйтәйемме... Беҙ ҙә үҙгәрәбеҙҙер инде. Күптән күрешкән юҡ бит, – тип ҡулын һуҙҙы. Өйөнә саҡырҙы.

Тимур, тыштан күреп, Мараттың тормошона бер хыялый булһа, ҡапҡаны асып ингәс, артына ултыра яҙҙы. Бында әкиәт батшалығындағы кеүек матурлыҡ ҡаршы алды уны. Йорт уртаһында фонтан, бассейн, тирә-яҡта гөлдәр, тротуар плитәһе баҡсаға алып сыға. Тротуар ситендәге сатырҙы эре-эре тәлгәшле виноградтар әйләндереп алған. Өй аръяғындағы аҙбарҙа ап-аҡ күркәләр үлән сүпләй...

Өй ҙур, иркен. Бар уңайлыҡтары булған ҡала фатирын хәтерләтә. Иркен кухняға үтеп, күстәнәстәрен теҙҙе Тимур. Мараттың ҡатыны, йүгереп йөрөп, табын әҙерләне. Тимур Лепслы араҡыһын тәҡдим итте.

– Юҡ, туған, эсмәйем. Беҙҙә эскән кеше юҡ хәҙер, – тине Марат.

Тимур аптыраны.

– Ысынлап әйтәм. Ул шайтан һыуы менән дуҫ булһаң, йәшәрһең кешесә, бар. Уны күптән табынға ҡуймайбыҙ беҙ. Дөрөҫ, элек эсте халыҡ. Күпме кеше шуның арҡаһында донъянан китте...

– Һуң был бит... был бит Григорий Лепс йырлай торған шешәләге араҡы. – Ҡунаҡ, телефонын этикеткаға тейҙереп, Лепсты йырлатты. Хужаның иҫе лә китмәне.

– Минең ҡайтыу хөрмәтенә ауыл башына сығып байрам яһайыҡ бер, ә?

Был тәҡдим дә хуплау тапманы. Хужаларға күрһәткән һыйҙары өсөн рәхмәт әйтеп, Тимур, башын эйеп, күршеләге Илгиздәргә юлланды.

Илгиздең тормошо Мараттыҡынан да өҫтөнөрәк ине. Картуф баҡсаларына тиклем бағаналарҙы кирбес менән тышлап, төҫлө ҡалай менән әйләндереп алған. Өй кирбестән, мунса, аҙбар, гараж иҫ киткес уңайлы итеп урынлаштырылған!

“Дә-ә-ә, минең танауға сирткән былар...” – тип уйланы Тимур.

Илгиз улдары менән умарталары янында йөрөй ине. Баҡсаһында иртә өлгөрә торған алма-грушалары балланып бешеп ултыра. Ожмахтың үҙе инде.

– Һине лә күрер көндәр бар икән, һау ғынамы, Тимур! Ниндәй елдәр ташланы? Үҙең генәме? – тип Илгиз күрешергә килде. Хужаның ҡатыны менән ҡыҙы диңгеҙ буйында ял итә икән. Тиҙ генә һыуытҡыстан һый-хөрмәт алып теҙеп, ҡунаҡтың да һыйҙарын ҡушып сәй әҙерләне Илгиз. Лепс йырлай торған шешәнән ул да баш тартты:

– Юҡ, әй. Мин бит имам вазифаһын алып барам ауылда. Күптән тел дә тейҙергәнем юҡ шайтан һыуына. Бал ҡорттары ла еҫен яратмай ул зәхмәттең.

Тимур телһеҙ ҡалды. Ҡыҫтаманы.

– Атай, бына был ағайҙыҡы кеүек машинаның яңыраҡ моделен алырға кәрәк беҙгә. Хәҙергеләрҙең кузовы башҡаса итеп эшләнгән. Бындайҙары сыҡмай, – тип үҙ хәбәрен һөйләне Илгиздең үҫмер улы, атаһы янына яҡынайып.

– Ярар, улым, ярар. Шундайын алырбыҙ. Һин нисек әйтһәң, шулай булыр.

Тимурҙың күңеле болғана башланы. Уның тиҙерәк эскеһе, онотолғоһо килде.

– Илгиз, әйт әле, ауылда нисек шундай тормош ҡороп йәшәп була ул?

– Әй, Тимур, аҡылың булһа, ауылда бына тигән итеп йәшәргә була. Район үҙәгенә йөрөп эшләйем. Инженермын. Ҡатын – уҡытыусы. Мал-тыуар ҡарайбыҙ. Умарталар бик һөйөндөрә. Өй һалғанда ҡатынға субсидия бирҙеләр. Тормош бигерәк матур. Ҡәҙерен бел дә йәшә генә.

– Яңы машина алырлыҡ та рәт сығамы?

– Аҡыл менән тотонһаң, була. Уны күптән тәүәккәлләргә ине. Малай һайлана. Хәҙерге йәштәр күп белә.

– Һинең үҙеңдең хәлдәр нисек һуң, Тимур? Ҡатының кем, балаларың нисәү?

– Хәлдәр үҙем кеүек. Күреп тораһың. Ни... өйләнмәнем мин. Шулай тура килде инде... Бала ла үҙем менән түгел. Айырым ғаиләлә үҫә. Алимент түләйем. Шулайыраҡ булды инде...

– Ярар. Зыян юҡ. Һәр кем үҙ ризығында йәшәй. Хәйерле булһын. Ингәнең өсөн рәхмәт, – тип оҙатып ҡалды класташы Тимурҙы.

Тимур машинаһына ултырғас, үҙе менән алған шешәһен асып, ауыҙына араҡы ҡойҙо. Тәненә йылылыҡ йүгерҙе. Рәхәт булып китте. Уйланып ултырҙы. Ниңә улай яңылышты ул? Ауылдар бөтә, тиҙәр. Бөтмәгән бит ауылы. Их, ниңә ҡайтманы һуң ул иртәрәк? Юғалмаған бит уның йәштәштәре, киреһенсә, ауылда ҡалып отҡандар. Ағаһы ла бай кеүек йәшәй. Ә ул ниндәй хәлдә? Уның нимәһе бар, ошо йәшенә етеп? Кем ғәйепле? Уҙған ғүмерен күҙ алдына килтереп, ҡосағына һыйынып, үҙен “һауған” ҡыҙҙарҙы күрә алмаҫ хәлгә етте. Күңелендәге икенсе “мин”е “үҙең ғәйепле, Тимур” тип ҡабатланы. Йоҙроғо менән руленә һуғып алды ла, машинаһын ҡабыҙып, көслө итеп газға баҫып, урынынан ҡуҙғалды. Ауыл башындағы Зәңгәркүл буйына барып йәнен тынысландырмаҡсы булды. Кинәт башы әйләнде, күҙ алдындағы әйбер ҡуш булып күренде. Урам аша сығып барған ҡыҙыл тауыҡтарҙы ла шәйләмәне, береһен тапап үтте. Артынан сығып ҡарап ҡалған ҡарсыҡ теләктәрен теләне: “Эй, Аллам, иман бир бәндәләреңә. Тауығымды харап итте. Бер үк үҙе иҫән-һау булһын. Берәүҙең бер ғәзизе бит был бәндә лә...”

Әллә ошо теләктәрҙең тәьҫире булды, ауылдан дүрт йөҙ метр йыраҡлыҡта йәйелеп ятҡан Зәңгәркүлгә барып етә алманы зимагур. Бер нисә метр ара менән бер рәттә ултырған ҡарт ҡайындың береһе көтмәгәндә Тимурҙың юлында пәйҙә булды. Ҡарт ағас ҡеүәтле джип килеп бәрелеүҙән ныҡ ҡына ыңғырашып алды ла машинаны атып бәрҙе. Джип уң яҡҡа тәгәрәп, яҡындағы соҡорға барып төштө... “КамАЗ” автомашинаһына бесән тейәп ҡайтып барыусылар шаһит булған һәләкәттән иҫән ҡалды Тимур. “Хәүефһеҙлек мендәре һаҡлаған уны”, – тине бесәнселәр. Машинаның файҙаға ярар ере ҡалмағайны.

Тимур утҡа төшөп ҡанаттарын көйҙөргән ҡош хәлендә ҡалды.

* * *

– Ҡайтыуыңа бер ҙә күңелем һөйөнмәгәйне. Хәйерлегә булһын. “Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа” тиеүҙәре ағайың менән һинең кеүектәр тураһындалыр инде. Имен генә юлыңа сыҡ та, башҡаса ҡайтып, йәнемде көйҙөрөп йөрөмә, – тине әсәһе, ике тәүлек дауаханала ятып айнып сыҡҡан улын күргәс.

– Тыңла әле, ҡустым. Бына һиңә аҡса. Юлыңа етәр тип уйлайым. Ҡайтып башҡаса мине, беҙҙе оятлы итмә, ҡайҙа урынлашҡанһың, шунда йәшә. Ауылды мыҫҡыл итеп йөрөмә, – тине ағаһы һәм Тимурға аҡса һуҙҙы.

Ни эшләһен, ҡайтыу менән машинаның кредитын түләргә кәрәк. Машинаһы ремонтларлыҡ түгел. Сүп өҫтөнә сүмәлә өйөп, үҙ башына мәшәҡәт арттырып, юлға йыйынды Тимур.

Иртәгәһенә Мараттың машинаһында юлға сыҡтылар. Шундай рәхәт, еләҫ. Бер туҙан бөртөгө лә юҡ. Матур музыка ҡуйҙы Марат. Һөйләшмәй генә барҙылар. Тимурға ҡыйын ине.

– Ярар, йәштәш. Ошонда ҡалдырам инде. Вокзал ҡаршы яҡта ғына, хуш бул әлегә, – тине Марат Тимурға. Машина ҡуҙғалып китте. Тимур урам ситендә баҫып ҡалды. Район үҙәге улар училищела уҡыған йылдарҙағы кеүек батҡаҡ, туҙанлы урамдары менән үҙәккә үткән ауыл түгел. Ялтырап ятҡан асфальт йәйелеп киткән. Юл ситендә тротуарҙар. Урам гөлгә күмелгән.

Тимур сигарет ҡабыҙҙы. Еңелсә башы әйләнеп китте. Тағы онотолғоһо, эскеһе килде. Эсергә ярамай ине. Вокзалға барып билет алырға ваҡыт күп ине әле. Тимурҙың аяҡтары үҙенән-үҙе ҡаршы яҡтағы мәсеткә алып килде.

Ҡапҡа алдына килеп еткәс, ҡурҡып ҡуйҙы. Көлмәҫтәрме унан?

– Һаумыһығыҙ, инергә мөмкинме?

– Вәғәләйкүмәссәләм, рәхим итегеҙ, – тине Тимурҙан күпкә йәш хәҙрәт.

Хәҙрәт ниндәй ниәттә Аллаһ йортона аяҡ баҫыуы менән ҡыҙыҡһынғас, Тимур уға бөтә тормош юлын һөйләп бирҙе. Ир уртаһы булып еткәс, ауылға ҡайтыуы, оятҡа ҡалыуы, хурланып, йәшәгән һәм эшләгән еренә юлланыуы, эскелек менән мауығыуы тураһында ла йәшермәй һөйләне.

– Дүрт аяҡлы ат та абына, ти халыҡ. Иманға килергә бер ҡасан да һуң түгел. Барлыҡ яңылышыуҙарыңды танып, тәүбәгә килһәң, Иншә Аллаһ, барыһы ла яҡшырыр. Доға ҡылайыҡ, – тине хәҙрәт.

Оҙаҡ уҡыны ул. Мәрхүм яҡындарын исемләтеп, рухтарына аят бағышланы. Тимурҙың илағыһы килде, күҙҙәренә йәш тығылды. Хәҙрәт уҡығанда күңеленән ҡат-ҡат үҙ-үҙенә ант итте: “Башҡаса эскене ауыҙыма ла алмайым. Мин дә әҙәмсә йәшәй башлайым. Уның өсөн кеше булырға кәрәк. Мин бит эшлектән сығып барам...” Ауылда йәшәгән класташтарын күҙ алдына килтереп, бер ҡалала, бер урамда йәшәгән Гөлиәне, үҙенә оҡшап үҫеп килгән улын үҙ ҡанаты аҫтына алғыһы килде, тулы ғаилә булдырыу теләге уянды. Ҡабул итер әле Гөлиә. Ҡайтып етеү менән тәҡдим яһарға, бергә булырға! Уның улы атайһыҙ үҫергә тейеш түгел!

Хәҙрәткә рәхмәт әйтеп, вокзалға юлланды. Инде иңдәрендәге ауыр йөк ҡайҙалыр таралып юҡҡа сыҡҡан, уға еңел, рәхәт булып ҡалғайны. Вокзалға атлаған һайын үҙен яҡты киләсәгенә яҡынайғандай хис итте. 

-  Аида ХӘЙРЕТДИНОВА

Читайте нас