Йәмғиәт
30 Июль 2022, 09:30

Башҡортостанға рәхмәтлеләр

Башҡортостан белгестәре Луганск халыҡ республикаһы ҡалаларының инфраструктура объекттарын тергеҙергә ярҙам итә

Башҡортостанға рәхмәтлеләрБашҡортостанға рәхмәтлеләр
Башҡортостанға рәхмәтлеләр

 

Башҡортостан Луганск халыҡ республикаһына ярҙам күрһәтеүҙе  дауам итә. Красный Луч ҡалаһына Башҡортостандан асфальт бетон заводын алып килеп,  монтажлап, файҙаланыуға тапшырҙылар. Беҙҙең белгестәр юл япмаларын тергеҙә, торбалар һала, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөй, мәктәптәрҙе ремонтлай.

Красный Луч ҡалаһында барлыҡ юлдар ҙа тиерлек ремонт талап итә. 8 июндә бында тәүлегенә 400 тонна асфальт етештереү ҡеүәте булған асфальт–бетон заводын эшләтеп ебәрҙеләр.

  • Завод өсөн барлыҡ ҡорамалдар, битум Луганск халыҡ республикаһына Башҡортостандан килде, - ти Хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов. – Бөгөнгө көндә 800 тоннанан ашыу асфальт етештерелде. Әлегә урындағы һәм республика тәғәйенләнешендәге юлдарҙа соҡорҙарҙы ремонтлау, тотош асфальтлау менән шөғөлләнәбеҙ. Шуны ла айырым билдәләп үткем килә, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары ҡорғанда бары тик беҙҙең асфальт ҡулланылды.

Насар юлдар арҡаһында даими автомобилдәрҙе ремонтлауҙан арыған урындағы халыҡ, асфальт-бетон заводының һәм беҙҙең юлсыларҙың эшен юғары баһалай.

-Ремонт бара, бының өсөн рәхмәтлебеҙ. Әлбиттә эш күп, ләкин уны тиҙләтеүҙе теләр инек, - ти Красный Лучтан Владимир Малявко.

 Тыныс тормошто тиҙерәк көйләү өсөн юлдарҙың яҡшы торошоноң  мөһимлеген беҙҙең юлсылар ҙа яҡшы аңлай.

  • Юлдар бик насар хәлдә, -ти Бөрө юл ремонт-төҙөлөш идаралығының юл мастеры Руслан Аллаяров. – Красный Луч ҡалаһында беҙ ҙур күләмле эштәр башҡарҙыҡ. Эшләйһе эштәр тағы ла күберәк.

 Был ҡалала йәшәүселәрҙең тағы ла бер мөһим проблемаһы – һыуүткәргес  менән тәьмин итеү. Элеккеһе тәүҙән үк хаталы итеп проектланған. Шуға ла ҡалала йыш ҡына һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр, авариялар булған.

  • Бөгөнгө көндә Башҡортостандан коммуналсылар насос станцияһынан алып Красный Лучтың икенсе микрорайонына тиклем һыуүткәргестәрҙе алмаштыра, - ти Азамат Абдрахманов. – Участканың оҙонлоғо – 1700 метр. Бында авариялар йыш булған. Аҙналап, ҡайһы саҡ айлап халыҡ һыуһыҙ ултырған. Әле халыҡҡа һыу көн һайын икешәр сәғәтләп бирелә. Төҙөлөштән һуң һәм яңы һыуүткәргес файҙаланыуға тапшырылғас, тотороҡло һыу биреү эше көйләнәсәк. Был участкала эш тамамланыу менән, эшселәр башҡаларына күсә.

 Башҡортостан шулай уҡ шефлыҡҡа алған биләмәлә социаль инфраструктура объекттарын тергеҙеүҙә ярҙам итә. Беҙҙең төҙөүселәр генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровское мәктәбендә капиталь ремонт башҡара. Эш өсөн кәрәкле техника, төҙөлөш өлкәһендәге белгестәр бында Башҡортостандан килгән. Ошо көндәрҙә йөктөң сираттағы партияһы киләсәк.

  • Тыныс тормош яйлап көйләнә, - ти Ольга Дорохова. – Бының өсөн беҙ Башҡортостанға, уның ярҙамсыл кешеләренә рәхмәтлебеҙ.

 Гөлнур Артыҡаева.

Башҡортостанға рәхмәтлеләр
Башҡортостанға рәхмәтлеләр
Башҡортостанға рәхмәтлеләр
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас