Йәмғиәт
30 Июль 2022, 06:15

Йәннәт – атай-әсәйҙең аяҡ аҫтында

Әсәйгә – шифаханаға юллама, атайға машина бүләк иткәндәр...

Йәннәт – атай-әсәйҙең аяҡ аҫтындаЙәннәт – атай-әсәйҙең аяҡ аҫтында
Йәннәт – атай-әсәйҙең аяҡ аҫтында

Ата-әсә өсөн иң мөһиме - балаларының имен-һау булыуы. Уларҙың рәхмәтле булып үҫеүе иһә икеләтә ҡыуаныслы. Төн йоҡоларын йәлләмәй сабыйын баҡҡан ата-әсәнең,ҡартайғас, ошо балаһынан ҡәҙер-хөрмәт күреүе тәбиғи.

Тормошта быға күп миҫалдар күреп һөйөнәбеҙ. Бына Әбйәлилдән Әсмә Мәхмүтова әлеге мәлдә "Асы" шифаханаһында ял итеп ята. "Аллаға шөкөр! Улыма рәхмәт! Йәйҙең йылы көндәрендә иң матур ерҙә - "Асы" шифаханаһында!" - тип яҙған ул. Әйткәндәй, былтыр уны ҡыҙы Ҡара диңгеҙ буйында ял иттергән. Тәрбиәле балалар үҫтергән был апай!

Ә сығышы менән Мәсетле районынан булған билдәле музыкант Заһир Зәйнетдинов ҡустыһы менән бергәләп атаһы Зөфәргә "Киа" машинаһы бүләк иткән. "Был беҙҙең иң ҙур хыялыбыҙ ине. Атайыбыҙ баҙап ҡалды, ә беҙ уның янында бәхетле булып баҫып торҙоҡ һәм беҙҙең өсөн эшләгән изгелектәре өсөн рәхмәт әйттек. Атай-әсәйҙәрегеҙҙе ҡыуандырығыҙ!" - тигән Зәйнетдин.

Афарин, ул-ҡыҙҙар! Үҙегеҙҙең дә балаларығыҙ шундай булһын!

Фото: vk.com/id155857120

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас