

Стәрлебаш районында, Хәрби дан һәм хәтер аллеяһында Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнө уңайынан ветеран моряктарға Стела асыу сараһы үтте.
Тантаналы митингыға тиклем, ветеран моряктар байрам уңайынан һәм Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй хәрбиҙәренә теләктәшлек күрһәтеп, район үҙәге Стәрлебаш ауылының үҙәк урамдары буйлап автоуҙыш ойошторҙо.
Стеланы асыу тантанаһында Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, Республиканың һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Валерий Шәрипов һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар ҡатнашты.
Район моряктарына Стела диңгеҙ йыйылышының Стәрлебаш филиалы башланғысы менән, ветеран моряктарҙың ирекле иғәнәләре аҡсаһына ҡуйылды. Бер төркөм моряктарға сарала Почет грамоталары ла тапшырылды.
Ҡыҙыл таҫманы киҫеп, сәскәләр һалғандан һуң митингыла ҡатнашыусылар иҫтәлеккә дөйөм фотоға төштө.